

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко берекмәнең быйылғы эшмәкәрлеге һәм үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
“Ростех”тың берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына ингән “ОДК-УМПО” турбореактив авиация двигателдәре, вертолет техникаһы узелдары эшләү, хеҙмәтләндереү, йүнәтеү менән шөғөлләнә, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар сығара. Продукция дәүләт оборона заказы, тышҡы сауҙа килешеүҙәре буйынса поставкалана. Берекмәнең продукцияһына сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур. Ул киләһе дүрт йылда Ҡытай Республикаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итмәксе.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә етештерелгән авиация двигателдәренең һәр ҡайһыһында “ОДК-УМПО” берекмәһенең дә өлөшө бар.
Евгений Семивеличенко 2021 йылдың алты айында йәмғиәттең етештереү күләмдәрен, үҫеш темпын, инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәрен телгә алды.
Фото: productcenter.ru