Иҡтисад
26 Июль 2021, 03:30

Ремонт сифатын баһаланылар

Стәрлетамаҡта ғына 12 километр юл төҙөкләндерелә.

Ремонт сифатын баһаланыларРемонт сифатын баһаланылар
Ремонт сифатын баһаланылар

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “РОСДОРНИИ”ның Ырымбур филиалы ҡалалағы Октябрь проспектының Төҙөүселәр урамынан алып Артем урамына тиклемге өлөшөндә юл эштәренең сифатын баһаланы.

Ремонт Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы яһалды.

Белгестәр документтарҙы, эш технологияһының үтәлешен тикшерҙе, асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән керндың пробаһын алды. Инерт материалдарҙы лабораторияға һынауға оҙатты. Эксперттар шулай уҡ асфальт-бетон заводы ҡорамалдарын, персоналдың квалификацияһын, норматив документтарҙы, материалдарҙың нисек һаҡланыуын ҡарап сыҡты.

Төҙөкләндерелгән участканың оҙонлоғо 470 метр тәшкил итә. Подряд ойошмаһы юл ситенә бордюр таштарын да һалған.

Мәғлүм булыуынса, быйыл милли проект буйынса Стәрлетамаҡ агломерацияһында (уға Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Стәрлетамаҡ районы инә) 38,2 километр юл ремонтлана. Стәрлетамаҡта ғына 12 километр юл төҙөкләндерелә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://sterlitamakadm.ru/adm/news

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/127093

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас