

Беҙҙең халыҡ, мосолман булараҡ, элек-электән аҙыҡты, эсемлектәрҙе хәләлгә һәм хәрәмгә айырып өйрәнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был йәһәттән борсолорға сәбәптәр күп кенә. Ни тиһәң дә, кешенең сәләмәтлеге лә, рухи яҡтан именлеге лә ниндәй ризыҡ менән туҡланыуына ныҡ бәйле.
Аҙыҡ-түлек индустрияһы ныҡ үҫешкән, кәсепселәрҙең күбеһе “Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ” тигән принципҡа таянған заманда халыҡҡа хәләлде хәрәмдән айырыуы ауыр. Колбасаның, ит ярымфабрикаттарының тышлығына ни яҙылғанын йыш ҡына уҡып та булмай – хәрефтәре бигерәк ваҡ. Уҡыған хәлдә лә, химик йә биолог түгел икәнһең, аңламаҫһың, сөнки әллә ниндәй ят терминдар ҡулланылған. Иғтибар иткәнһегеҙҙер: сусҡа итен “шпик” тип күрһәтеүселәр күбәйҙе. Нитраттар, канцерогендар, консерванттар, гены үҙгәртелгән организмдар, яһалма буяуҙар, тәм көсәйткестәр хаҡында мәғлүмәт тә төрлө юлдар менән йәшереләлер. Әгәр тауарҙың нимәнән яһалғаны аныҡ ҡына әйтелмәгән булһа, хаҡы менән сифаты үҙ-ара килешмәгәндәй тойолһа, уны алмау хәйерлерәк, әлбиттә.
Өфө магазиндарында хәләл ит ризыҡтарын табыуы еңелме? Ҡыҙыҡһынып, иң күп кешене йәлеп иткән “Ашан”, “Лента”, “Магнит”, “Пятерочка” кеүек бер нисә супермаркетҡа инеп сыҡтыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өмөтөбөҙ аҡланманы – мосолмандар өсөн һайлау мөмкинлеге киң түгел. Ҙур сауҙа селтәрҙәренең бер нисәһендә “хәләл”дең ни икәнен дә белмәйҙәр тиерһең. Ҡайһыларында беҙ һораған тауар булды-булыуын, тик ҡайһы берҙәре кешене “мусульманская”, “по-татарски”, “говяжья” тигән яҙыуҙар йәки йәшел төҫтәге ярлыҡ менән генә ылыҡтыра. Һыйыр ите ҡушып эшләнгән һәр нәмә хәләл була алмай бит инде.
Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһында етештерелгән тауыҡ итен, колбасаларҙы һәр магазинда тиерлек табырға мөмкин. Тышлығында яҙылыуынса, “Хәләл” стандарты буйынса эшләйҙәр. Махсус тамғаһы ла бар. Тик тауыҡ ите генә шул. Һыйыр йәки йылҡы итенән яһалған хәләл колбаса кәрәкһә, башлыса Һамар, Пенза өлкәләренән, Татарстандан килтерелгәне менән хушһынырға ҡала.
Хәләл кафелар ҙа күп түгел беҙҙә. Булғандарының да байтағы – аяғөҫтө тороп ҡапҡылап сығыу урыны ғына. Ҙурыраҡ ашханаларҙы һанай китһәң, унға ла тулмайҙыр әле, бәлки. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы Хәләл индустрияһын үҫтереү үҙәге тарафынан тикшерелеп, сертификат алғандары тағы ла аҙыраҡ булыуы мөмкин.
Ғәйеп ҡулланыусыларҙа ҡыҙыҡһыныуҙың аҙлығындамы, әллә эшҡыуарҙар тарафынан тәҡдимдең етешмәүендәме? Әлбиттә, атта ла, тәртәлә лә барҙыр. Тураһын ғына әйткәндә, замандан артта ҡалабыҙ. Мәғлүм булыуынса, бөгөн донъяла “хәләл” төшөнсәһе косметика, фармацевтика, финанс, туризм, көнкүреш хеҙмәтләндереүе кеүек өлкәләргә лә ят түгел. Һаулыҡҡа зыянһыҙ һәм дин талаптарына ҡаршы килмәгән күп нәмәгә сертификат алына, сөнки “Хәләл” бөгөн сифат билдәһе булыуҙан бигерәк үҙенә күрә бренд, ҡайһы берәүҙәр өсөн имидждың бер өлөшө лә. Рәсәй төбәктәрендә мосолман банктары, хәләл ҡунаҡханалар, Исламға ярашлы хеҙмәтләндергән бутиктар, матурлыҡ салондары һ.б. барлыҡҡа килеүе, хатта телеканалдарҙың “Хәләл” сертификаты юллай башлауы тиктән түгел – йәмғиәтебеҙҙә быға ҡарата ихтыяж һәм талаптар артҡандан-арта. Башҡортостан халҡының өстән бер өлөшө этник мосолман тип иҫәпләнгәндә, хәләл тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең ни тиклем перспективалы икәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: “Хәләл” тамғаһы дин тотмаған кешеләрҙе лә, башҡа конфессия вәкилдәрен дә йәлеп итә. Өфөләге мосолман кафеларының береһенә, мәҫәлән, яулыҡлы һәм түбәтәйле кешеләргә ҡарағанда, ҡәҙимге кейемдәгеләр, хатта “бисмилләһ” тип тә әйтә белмәгәндәр күберәк йөрөй. Хәйер, бындай күренешкә һөйөнөргә генә инде: тимәк, хәләл берләштерә, динебеҙгә ҡарата ихтирамды арттыра.
Һис шикһеҙ, иҡтисади көрсөк шарттарында ла хәләл индустрияһына һалынған инвестиция үҙен аҡлаясаҡ. Сит илдәр, Рәсәйҙең һәр тауарын һатып алып бармаһа ла, “Хәләл” тамғаһы ҡуйылғанынан бер ваҡытта ла баш тартмай, тиҙәр. Ғәрәп илдәрендә, бындай сертификаты юҡ икән, ризығыңа хатта боролоп та ҡарамайҙар, имеш. Дөрөҫтөр. Эйе, сәйәси ҡараштар ниндәй яҡҡа үҙгәрһә лә, бер илдә лә халыҡ – ашауҙан, эшҡыуар етештереүҙән, һатыуҙан туҡтап тора алмай. Хәләл, тәбиғи шарттарҙа эшләп сығарылған продукция – Рәсәй экспорты өсөн ифрат ҙур өҫтөнлөк.
Иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла әле 1,7 миллиард самаһы мосолман йәшәй. Был һан йыл һайын яҡынса 1,8 процентҡа артып бара. Хәләл тауарҙарҙың йыллыҡ сауҙа әйләнеше иһә төрлө илдәрҙә уҙған быуат аҙаҡтарынан бирле йылына 70, 40, 20 процентҡа киңәйеп килеп, әле донъяла 1,2 триллион долларҙан ашыу тәшкил итә. “Макдональдс”, “Нестле” һымаҡ ҙур компаниялар мосолмандар өсөн продукция етештереүгә юҡҡа керешкәнме ни?!
Ғөмүмән, оҙаҡ уйлана торған мәл түгел бөгөн. Хәләл менән шөғөлләнергәме-юҡмы, тип икеләнеү ҙә урынһыҙ. Был тармаҡты үҫтереүгә тотонғандар бер ваҡытта ла отолмаясаҡ, сөнки, ҙур табышҡа өлгәшмәгән хәлдә лә, халҡы алдында уларҙың йөҙө яҡты буласаҡ.
Даян МӘЖИТОВ.