Иҡтисад
27 Июль 2021, 15:15

Килешеүҙәр һаны артҡан

Ярты йыл эсендә Башҡортостанда “Бәләкәй күләмле сауҙа агрегаторы” системаһында тауар менән тәьмин итеүселәр һаны 36 процентҡа артҡан.

Килешеүҙәр һаны артҡанКилешеүҙәр һаны артҡан
Килешеүҙәр һаны артҡан

Ярты йыл эсендә Башҡортостанда “Бәләкәй күләмле сауҙа агрегаторы” системаһында тауар менән тәьмин итеүселәр һаны 36 процентҡа артҡан.

Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты республика заказсыларының 2021 йылдың I һәм II кварталында “Бәләкәй күләмле сауҙа агрегаторы” системаһында һатып алыуҙар үҫешен анализлауҙы тамамланы.

"Был эш һөҙөмтәһе заказсыларҙы һәм ташыусыларҙы йәлеп итеү, ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең дөйөм һанын, контрактациялауҙа экономиялау үҫешен күҙәтеү мөмкинлеген бирҙе. Мәғлүмәт системаһын камиллаштырыу өсөн һатып алыуҙа ҡатнашыусыларға методологик ярҙам күрһәтеүгә, шулай уҡ “Бәләкәй күләмле сауҙа агрегаторы” системаһын оптималләштереүгә ҙур иғтибар бүленә", - тип белдерҙе дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

2021 йылдың икенсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса, ташыусыларҙы йәлеп итеү – 36, заказсылар 6,5 процентҡа артҡан. “Бәләкәй күләмле сауҙа агрегаторы” системаһында ҡул ҡуйылған килешеүҙәр һанының ыңғай үҫеше күҙәтелгән.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас