

Кеше 30-40 йәштә саҡта эш урынын алмаштырыу, йәшәү мөхитен үҙгәртеү тураһында уйлана башлаусан. Был йыш ҡына һайлаған һөнәреңдән ҡәнәғәтлек тоймауға бәйле. Бөтә нәмәне лә аҡса менән үлсәп булмай бит. Йәшерәк ваҡытта, яҡшы түләйҙәр тип, күңелең ятмаған хеҙмәткә урынлашаһың да йылдар үтеү менән үкенәһең, ниндәйҙер көрсөккә килеп терәлә барыуыңды аңлайһың.
Эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртеүҙең бер нисә төрө бар. Көн дә бер үк нәмә менән шөғөлләнгән юрист, бухгалтер һымаҡ һөнәр эйәләре, мәҫәлән, күп осраҡта ижади мөхиткә тартыла һәм дизайнер, флорист, фотограф, кондитер, тимерсе йәки балта оҫтаһы булып китә. Мауығыуыңды төп кәсебеңә әйләндереү өсөн махсус уҡыу курсы үтеү йәки кемдеңдер тәжрибәһен уртаҡлашыу хәйерле. Тағы бер йүнәлеш – интернет аша эшләүгә күсеү. Был осраҡта шул уҡ һөнәреңдә ҡалырға, заманса технологиялар ярҙамында уның яңы кимәленә сығырға мөмкин.
Һөнәр алмаштырыусыларҙың ниндәй аҙымға әҙер икәнен йәшенә ҡарап та тоҫмалларға була. Мәҫәлән, 30 йәшлектәр йыш ҡына, алда ғүмер бар әле тип, эшмәкәрлек йүнәлешен тамырынан үҙгәртеү маҡсатында уҡырға инергә лә, сит тарафҡа күсенергә лә тәүәккәлләй. Өлкәнерәктәр иһә таныш мөхиттән, хеҙмәттәштәре менән бәйләнештән баш тартырға ашыҡмай һәм саҡ ҡына бүтәнсәрәк ҡарар ҡыла: йә тулы булмаған ставкаға элекке урынында ла ҡалып, белеме буйынса дәрестәр, консультациялар бирергә тотона, йә ирекле эшләү өсөн ошо йүнәлештә бизнес аса. Әлбиттә, уларҙы вуз тупһаһын тапарға күндереүе ҡыйын, сөнки, беренсенән, пенсия йәшенә яҡынлашҡанда диплом хаҡына ифрат ҡәҙерле йылдарҙы ҡорбан итергә тура киләсәк, икенсенән, ваҡыт уҙыу менән кешенең хәтере насарая, өсөнсөнән, ғаиләлеләрҙең көнкүреш мәшәҡәттәре былай ҙа баштан ашҡан.
Иң ҡулай һәм сағыштырмаса арзан ысул – курстар. Уларҙың ҡайһы берҙәренә эштән һуң, ял көндәрендә генә лә йөрөргә була, интернет аша уҡыу мөмкинлеге лә тәҡдим ителә. Кондитер йәки ашнаҡсы булырға теләгәндәргә, мәҫәлән, ресторан кухняһында оҫталарҙан бер нисә дәрес алыу кәмендә 7-8 мең һумға төшә. Шул уҡ йүнәлештә аҙналыҡ курс 15 – 18 мең һум торһа, 6-8 айлыҡ программа 100 мең һумғаса баһалана икән. Кейем тегергә өйрәтеү буйынса ла хаҡтар шул сама: салбар, пинжәк, пальто бесеү серҙәрен белер өсөн 2 – 4 дәрестә ҡатнашҡан хәлдә 15 – 18 мең һум түләйһең. Әйткәндәй, бер нисә әйбер тегеп һатҡас та, ул аҡсаң үҙеңә кире ҡайтасаҡ.
Хеҙмәт баҙарын анализлау күрһәтеүенсә, әле интерьер дизайны буйынса белгестәргә ихтыяж ҙур. Уларҙың иң аҙ тәжрибәлеләре лә бинаның квадрат метры өсөн 500 – 700 һум ала, ти. Шул уҡ хеҙмәтте оҫтарған кеше башҡарһа – бер ярым, даны сыҡҡан дизайнерға мөрәжәғәт иткән осраҡта өсәр-дүртәр мең һумдан түләргә тура килә. Әммә был һөнәргә уҡыу курсы осһоҙ түгел: айына 20 – 25 мең һум булһа ла, ҡыҫҡа программалар юҡ, иң аҙы – йылға яҡын. Интерьерҙы 3D форматында күрһәтә белмәгәндәргә заказ табыуы ауыр, ә уныһына өйрәнеү өҫтәмә рәүештә 40 – 50 мең һумды сығарып һалыуҙы талап итә. Әлбиттә, йәш белгескә әлеге аҡсаны ҡайтарырға тәүге заказының хаҡы ла етәсәк.
Интернеттағы һөнәрҙәр буйынса ситтән тороп белем алыусылар күп хәҙер. Социаль селтәрҙәр администраторы булырға теләгәндәр һәр сайт өсөн 15 – 20 мең һум түләһә, ошо өлкәлә дизайн яһарға өйрәнеү кәмендә 10 мең һумға төшә. “Инстаграм”дағы аккаунттарҙы алға ебәреү серҙәрен беләм тиһәң дә, хаҡ 6 мең һумдан башлана. Сығымдар тиҙ үк аҡлана, сөнки был өлкәлә әллә ни тәжрибәһе булмаған белгестәрҙең дә уртаса килеме 35 мең һум тирәһе тәшкил итә. Уҡыуҙы ла, эште лә өйҙәге компьютер аша алып барып булғас, әлеге мөмкинлекте декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙ әүҙем файҙалана.
Кеше яңы һөнәрҙе бушлай ҙа үҙләштерә ала. Был йәһәттән мәшғүллек үҙәге ярҙамға килер. Унда барып, ниндәй курстар барлығын белешеп ҡарарға кәрәк. Ғәҙәттә, тегенсе, ашнаҡсы, маникюр һәм педикюр яһау оҫтаһы, визажист, сәс алыусы, флорист һымаҡ хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур булған һөнәр эйәләрен дә әҙерләйҙәр. Тик был осраҡта мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙ булараҡ теркәлеү мотлаҡ.
Түләүһеҙ курстарҙың йәнә бер уңайһыҙ яғы – кешене юғары квалификациялы белгес итеү маҡсаты ҡуйылмауы. Унда бешеренеүселәрҙе ресторан йәки заманса кафе түгел, ә ябай ашхана өсөн әҙерләйҙәр, кейем тегеүселәрҙе лә үҙ брендын булдырырлыҡ оҫта кимәленә еткермәйҙәр. Ә бына аҡсаға ҡоролған уҡытыу эшмәкәрлеге нәҡ юғары сифатты күҙ уңында тота. Түләүле курстарҙа яңы технологиялар һәм материалдар, бизнес ойоштороу серҙәре тураһында бик күп мәғлүмәт тупларға мөмкин, тимәк, аҙаҡ үҙ кәсебеңде асып, эшләй башлағанда хаталарың, икеләнеүҙәрең аҙыраҡ буласаҡ.
Даян МӘЖИТОВ.