

Башҡортостанда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәрен теркәүгә ғаризаларҙың 60 проценты (Рәсәйҙәге уртаса күрһәткес – 49,3 процент) электрон төрҙә тапшырыла.
2019 йыл менән сағыштырғанда, ғаризаларҙың уртаса 20 проценты электрон төрҙә тапшырылған.
- Быйыл алты айҙа республикала 8,3-тән ашыу төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе төҙөлгән. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 32 процентҡа күберәк: 6,2 меңдән күберәк килешеү теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төбәктә электрон төрҙә тапшырылған төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәрен теркәүгә ғаризалар һаны, Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән алға китеп, 60 процент тирәһе тәшкил итә, - тип белдергән "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы рәйесе урынбаҫары Марина Мартынова.
Марина Валерьевна республикала электрон ипотека өлөшөнөң Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ һәм барлыҡ теркәлгән ипотеканың 45 процентын тәшкил итеүе хаҡында әйткән. Шулай итеп, быйыл беренсе ярты йыллыҡта "Росреестр" тарафынан барлығы яҡынса 51 мең ипотека теркәлгән. Был, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 23 процентҡа күберәк.
"Росреестр"ҙа билдәләүҙәренсә, Башҡортостанда һанлы хеҙмәттәр әүҙем файҙаланыла. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: pravitelstvorb.ru