

Әбйәлил районында таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
"Был проект үҫеш нөктәһе, резиденттарҙы йәлеп итеү урыны булырға тейеш. Индустриаль парк Әбйәлил генә түгел, көньяҡ райондар өсөн дә үҫеш нөктәһе булып хеҙмәт итәсәк. Беҙҙең алда торған төп бурыс – бында эшләгән таш эшкәртеү заводына яңы һулыш биреү, продукцияны һатыу мәсьәләһен хәл итеү. Әлегә район хакимиәте, төрлө ведомстволарҙан тупланған белгестәрҙән эш төркөмө булдырылды. Бер ай эсендә индустриаль паркты төҙөү графигын эшләүҙе һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙе һорайым", - тине Андрей Назаров.
Индустриаль паркты булдырыуға Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан сәнәғәт парктары өсөн төҙөлгән аккредитацияны үтеү мотлаҡ. Идарасы компанияны аныҡларға, кәм тигәндә һигеҙ гектар ер бүлеп бирергә, йылылыҡ, газ, һыу селтәрҙәренә тоташтырырға кәрәк. Индустриаль парк теркәлгәс, был биләмә республика һәм федераль үҙәк күрһәткән ярҙам саралары менән файҙалана ала.
Әлеге мәлдә мәрмәр һәм гранитты эшкәртеү буйынса проектты тормошҡа ашыралар. Рыҫҡужа, Ҡаҙыш ятҡылыҡтарындағы сеймал файҙаланыласаҡ. Әле Әбйәлил районындағы мәрмәр заводында һәм карьерҙа 28 кеше эшләй. Мәрмәр блоктарҙы сығарыу буйынса күләмде арттырғанда, бындағы хеҙмәт урындары 35-кә етәсәк. Әлегә мәрмәр блоктарҙы заманса эшкәртеү өсөн ҡоролмалар һатып алыу мәсьәләһе хәл ителә.
"Проектта ҡаралған инвестиция күләме 230 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәпкә төҙөлөш-монтажлау һәм ҡоролмалар алыу ҙа ингән. Финанслау сығанаҡтары – предприятие килеме һәм заем. Республиканың инвестиция законына нигеҙләнеп, инвесторға төрлө ташламалар бирергә була. Мәҫәлән, мөлкәткә һалымдан азат итеү, табышҡа һалынған һалым күләмен кәметеү, арендаға бирелгән ер участкаларына ташлама һәм башҡа ярҙам төрҙәре ҡаралған", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Һөйләшеү барышында Андрей Назаров, мәрмәр заводын үҫтереү буйынса күрелгән саралар предприятиеға йән өрөргә һәм уның көнәркәшлек һәләтен арттырырға тейеш, тип билдәләне.
"Был заводҡа ҙур өмөт бағлайбыҙ. Уның үҫеш мөмкинлектәрен юғары баһалайым. Тәү сиратта был ышаныс заводта етештерелгән төҙөлөш материалдарының ихтыяж менән файҙаланылыуына бәйле. Республикала урамдарҙы төҙөкләндереү, парктар, скверҙар төҙөү буйынса күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Уларҙа сифатлы һәм оҙаҡ хеҙмәт итерҙәй материалдар ҡулланырға кәрәк. Бынан тыш, уларҙың үҙебеҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирергә бурыслыбыҙ", - тине Андрей Назаров.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52204#group-main-1