Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июль 2021, 21:30

Өфөлә тетро-трамвайҙар йөрөйәсәк

Улар республикаға 2023 йылда килтерелер тип планлаштырыла.

Өфөлә тетро-трамвайҙар йөрөйәсәк
Өфөлә тетро-трамвайҙар йөрөйәсәк

28 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың “Уралтрансмаш” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Дмитрий Семирозов менән эш кәңәшмәһендә Өфө өсөн тарихи трамвайҙарҙы һатып алыу шарттары ҡаралды.

Андрей Назаров Башҡортостан делегацияһының “Уралтрансмаш” продукцияһы менән Екатеринбургтағы “Иннопром” сәнәғәт кәңәшмәһендә эш барышында танышыуын билдәләне. Күргәҙмә экспозациялары араһында ретро-трамвай ҙа бар.

"Был продукция Өфөнөң 450 йыллығы саралары сиктәрендә ҙур һорау менән файҙаланыласаҡ. Ретро-трамвайҙар республикабыҙҙы биҙәйәсәк һәм туризм үҫеше өсөн йәлеп итеү нөктәләренә әйләнәсәк", - тине республика Премьер-министры.

Трамвайҙар баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, тарихи объекттарға яҡын урындарҙа маршруттар буйынса йөрөйәсәк. Улар республикаға 2023 йылда килтерелер тип планлаштырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: