Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июль 2021, 13:00

“Иң мөһиме – уңайлыҡтар һәм хәүефһеҙлек”

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Өфө” халыҡ-ара аэропортын телгә алды.

“Иң мөһиме – уңайлыҡтар һәм хәүефһеҙлек”
“Иң мөһиме – уңайлыҡтар һәм хәүефһеҙлек”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Өфө” халыҡ-ара аэропортын телгә алды.

“Республика иҡтисады әкренләп көрсөккә тиклемге кимәлгә сыға, ә ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса унан да юғарыраҡ позициялар яулай. Ошо көндәрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропорты Волга буйы федераль округындағы һауа гавандәре араһында беренсе булып ике миллионынсы пассажирҙы ҡабул итте. Беҙ был кимәлгә көрсөккә тиклемге 2019 йылға ҡарағанда бер аҙнаға алдараҡ өлгәштек.

Миңә аэропорттағы осошто көтөү залында пассажирҙарҙың күҙ алдында осоу һыҙаты түгел, ә бетон стена булыуы оҡшамай торғайны. Хәҙер, эске һауа юлдарының яңы корпусын төҙөгәс, хәл үҙгәрҙе. Терминалдың дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан ашыуға – 29 мең квадрат метрға тиклем, ә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү мөмкинлеге сәғәтенә 600 кешенән 1200-гә тиклем артты. Бинала пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар кимәлен билдәләгән бөтә нәмә – телетраптар, багаж эшкәртеү комплекстары, мәғлүмәт системалары бар.

Рәсәй эсендәге рейстар һаны артты, беҙ Евразия иҡтисади союзы илдәренә яңы йүнәлештәр астыҡ.

2022-2023 йылдарҙа өс терминалды берҙәм архитектура концепцияһына берләштереп, вокзал яны майҙанының үҙәк секторын яңыртыуҙы күҙаллайбыҙ. Асылда, Өфө аэропорты Рәсәйҙә заманса һәм иң уңайлыларҙың береһенә әүерелә, хеҙмәтләндереү сифаты буйынса ла халыҡ-ара кимәлгә сығабыҙ. Иң мөһиме – пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар һәм уларҙың хәүефһеҙлеге”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

 

 

Фото: https://vk.com/wall413272232_659320

Сығанаҡ: https://vk.com/wall413272232_659320

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: