Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июль 2021, 19:45

Үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәтелә

Ағымдағы йылдың алты айында Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 68 процентҡа артҡан.

Үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәтелә
Үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәтелә

Ағымдағы йылдың алты айында Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 68 процентҡа артҡан.

Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, профессиональ килемгә һалым түләүселәр һаны 54 мең кешенән артҡан. Йыл башынан үҫеш 22 мең йәки 68 процент тәшкил иткән. Алты айҙа профессиональ килемгә һалым түләүселәр республика бюджетын 194 миллион һумға тулыландырған.

"Профессиональ килемгә һалым түләүселәр ташламалы шарттарҙа кредит, лизинг, поручителлек төрөндә финанс ярҙамы ала. “Минең бизнес” үҙәгендә мәғлүмәт-консультация һәм мәғариф хеҙмәттәренән файҙаланырға мөмкин. Продукция, тауарҙар, электрон маркетплейстарҙа эштәр буйынса хеҙмәттәрҙән ташламалы файҙаланыу мөмкинлеге бар. Бина кәрәк булһа, уны үҙмәшғүлдәргә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн дәүләт һәм муниципаль милек исемлегенә ингән объекттарҙан һайлап алырға ярҙам итәләр", - тип белдерҙе республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Әйткәндәй, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә “Үҙмәшғүл граждандар эшмәкәрлеген алып барыуға уңайлы шарттарҙы булдырыу” проекты тормошҡа ашырыла. Маҡсат – үҙмәшғүлдәргә, эшҡыуарҙар менән бер рәттән, бизнесҡа ярҙам итеү йәһәтенән дәүләт саралары күрһәтеү.

Фото: pravitelstvorb.ru


Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: