Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июль 2021, 22:45

“Промтехстрой” майҙансығында – “Сәнәғәт сәғәте”

Башҡортостан Башлығы артабан “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәләрен даими үткәрергә ҡушты.

“Промтехстрой” майҙансығында – “Сәнәғәт сәғәте”
“Промтехстрой” майҙансығында – “Сәнәғәт сәғәте”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Ул “Промтехстрой” компанияһы майҙансығында уҙҙы.

Кәңәшмә алдынан Радий Хәбиров “Промтехстрой” проекттарының береһе – “Астра” универсаль спорт комплексы менән танышты. Элек бында компанияның төп производствоһы – тимер-бетон изделиелар заводы урынлашҡан була. Бер нисә йыл элек уны баш ҡаланың төньяғындағы яңы майҙансыҡҡа күсергәндәр. Бушап ҡалған завод корпустарында фитнес клубы, батут паркы, гимнастика мәктәптәре, бокс залы, скалодром һәм башҡа спорт ойошмалары эшләй.

Башҡортостан Башлығы спорт майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты, тренерҙар, йәш спортсылар менән аралашты.

– Проект бик ҡыҙыҡлы. Бында балаларҙың күпләп йөрөүе айырыуса оҡшаны, – тине Радий Хәбиров. – Был - дәүләт спорт комплекстарына һәм секцияларына яҡшы альтернатива.

“Сәнәғәт сәғәте” ултырышында “Астра – спорт биләмәһе” кластерын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. “Астра” йәмғиәте генераль директоры Венер Ғимаҙетдинов әйтеүенсә, әле майҙансыҡта бәләкәй футбол өсөн УЕФА стандарттары буйынса футбол манежы төҙөлә, хоккей аренаһы проектлана.

– Республиканың спорт берекмәләре менән һөйләшеүҙәр үткәрҙек, байтаҡ ойошмалар беҙҙең боҙҙа күнекмәләр һәм төрлө кимәлдәге ярыштар уҙғарырға теләй, – тип өҫтәне Венер Ғимаҙетдинов.

Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә электр ҡеүәте талап ителә. Республика Башлығы төбәктең Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына бер ай эсендә ошо мәсьәләне ҡарарға ҡушты.

“Салауатнефтемаш” акционерҙар йәмғиәтенең идарасы ойошмаһы директоры Алексей Горшков кәңәшмәлә һуңғы йылдарҙа компания продукцияһына – нефть һәм газ эшкәртеү, нефть сығарыу, нефть химияһы предприятиелары өсөн ҡорамалдарға ихтыяждың кәмеүе тураһында һөйләне. Бындай шарттарҙа завод 250 кешене ҡыҫҡартырға мәжбүр булған. Предприятие етәкселеге яңы баҙарҙар эҙләй, атап әйткәндә, энергетиктар менән хеҙмәттәшлекте яйға һала, Рәсәйҙең атом сәнәғәте өсөн ҡорамаладар етештереү мәсьәләһен тикшерә.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов эштән бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеген ҡалалағы башҡа предприятиеларға урынлаштырыу, ҡалғандарының мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә тороуы тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров “Салауатнефтемаш” йәмғиәтенең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мәсьәләһен “Газпром” һәм “Башнефть” менән берлектәге эш төркөмдәре ултырышының көн тәртибенә индерергә ҡушты.

– Кешеләр зыян күрмәһен өсөн ҡала халҡын эш менән тәьмин итеүҙә муниципалитеттың ярҙамлашыуын үтенәм, – тине республика етәксеһе. – Ҡайһы бер предприятиелар персоналды ҡыҫҡартырға мәжбүр, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында юғары квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Салауатта “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттары булған предприятиелар асыуҙы иҫәпкә алғанда, яҡын арала бик күп хеҙмәткәрҙәр талап ителәсәк.

Заказ күләменең кәмеүе Сибайҙағы Ремонт-механика заводы өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Төбәк Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, ул Урал тау-металлургия компанияһы предприятиеһы менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эш төркөмөнөң киләһе ултырышында ҡараласаҡ.

Предприятие директоры Илдар Байназаров әйтеүенсә, етештереү ҡеүәттәрен эшкә йәлеп итеү өсөн “Семенов руднигы” йәмғиәте өсөн машиналарҙы һәм механизмдарҙы йүнәтеү буйынса хеҙмәттәр күләмен арттырыу, шулай уҡ эш географияһын киңәйтеү күҙаллана. Ҡуйылған бурысты тормошҡа ашырыу өсөн эш урындарын 40-ҡа арттырыу талап ителә. Әле предприятиела 190 кеше эшләй.

Илдар Байназаров “Башкиравтодор” йәмғиәте һәм башҡа төҙөлөш ойошмалары менән тотороҡло хужалыҡ бәйләнештәрен булдырыуҙа булышлыҡ итеүҙе һораны.

Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы артабан “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәләрен даими үткәрергә ҡушты, сөнки улар предприятиелар өсөн мөһим әһәмиәткә эйә һәм етештереүҙе үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен һөҙөмтәле хәл итеү мөмкинлеген бирә.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143736.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143736.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: