Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2021, 20:30

1 августа Ауыл хужалығы иҫәбен алыу башлана

Был сараны уҙғарыу ваҡыты тип 2021 йылдың 1 - 30 авгусы билдәләнде. Микроиҫәп алыу кемдәргә ҡағыласаҡ?

1 августа Ауыл хужалығы иҫәбен алыу башлана
1 августа Ауыл хужалығы иҫәбен алыу башлана

Башҡортостанстат 2021 йылдың 1 авгусынан 30 авгусына тиклем ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарырға әҙерләнә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 29 авгусындағы “2021 йылда бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ойоштороу тураһында”ғы 1315-се ҡарарына ярашлы, был сараны уҙғарыу ваҡыты тип 2021 йылдың 1 - 30 авгусы билдәләнде.

Һуңғы йылдарҙа аграр тармаҡта ҙур үҙгәрештәр бара. Улар тәү сиратта тәбиғәт-климат, финанс-иҡтисади шарттар, хеҙмәт ресурстарының миграцияһы менән бәйле. Шуға ла ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуҙы (СХМП) ике иҫәп алыу араһында, уларҙың һуңғыһынан биш йылдан да оҙаҡлатмай уҙғарырға ҡарар ителде. Бынан алдағы әлеге кеүек сара 2016 йылда үткәйне.

Микроиҫәп алыу объекттары булып ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең ошо категориялары тора: ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың шәхси ярҙамсы һәм башҡа үҙ хужалыҡтары, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәре.

2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың маҡсаты - тармаҡтағы структур үҙгәрештәр тураһында рәсми мәғлүмәт алыу, етештереүселәрҙең категорияларына бәйле белешмә туплау, өлкәләге үҫеште күҙаллау.

108-се Федераль закондың 12-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, иҫәп ҡағыҙҙарында һәм электрон документтарҙа һаҡланған микроиҫәп объекттары тураһындағы мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып тора, улар күрһәтелмәй (таратылмай), бары тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.

Фото: adm-tavda.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: