Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2021, 14:45

Белгестәр ваҡытты тиҙләтәсәк

Башҡортостанда ҡала төҙөү эшмәкәрлегендә дәүләт мәғлүмәт системаһын индереү дауам итә.

Белгестәр ваҡытты тиҙләтәсәк
Белгестәр ваҡытты тиҙләтәсәк

Был йүнәлеш дәүләт власы һәм муниципаль органдарҙың ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге электрон хеҙмәтләндереүен ябайлаштырыу һәм тиҙләтеү өсөн тәғәйенләнгән.

“Был системаны индереүҙең мөһим этаптарының береһе – урындағы белегстәрҙе ошо эшкә өйрәтеү, – ти республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Былтыр 30 муниципаль берекмәнән 100 хеҙмәткәр уҡытылды. Быйыл июлдә 25 муниципаль берекмәнән 40-тан ашыу кеше шуай уҡ ошондай күнекмәләрҙе уңышлы үтте. Йыл аҙағына саҡлы ҡалған туғыҙ муниципалит хеҙмәткәрҙәрен дә уҡытыуҙы планлаштырабыҙ".

Башҡортостандың Ҡала төҙөлөшө үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыу теоретик һәм ғәмәли өлөштәрҙән тора. Теоретик дәрестә ошо мәғлүмәт системаһының “һорау – яуап” форматындағы эш принциптарын “Шәхси торлаҡ төҙөлөшөндә төҙөүгә һәм файҙаланыуға индереүгә рөхсәт әҙерләү”, “Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә мәғлүмәт әҙерләү” йүнәлештәрендә ҡулланыуҙы күрһәтәләр, практик өлөштә белгестәр тест үтә һәм серификат ала.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: