Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2021, 21:15

"Инвестиция сәғәте"ндә ниҙәр ҡаралды?

"Бәләбәй һөт заводы үҙ продукцияһын экспортҡа сығарыу мөмкинлектәрен булдыра, шуға сеймал сифатына талап ҙур".

"Инвестиция сәғәте"ндә ниҙәр ҡаралды?
"Инвестиция сәғәте"ндә ниҙәр ҡаралды?

29 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар “Өфө” аэропорты биләмәһендә халыҡ-ара кимәлдәге заманса ҡунаҡхана комплексы концепцияһы хаҡында һөйләште.

Дүртөйлө районындағы бер мең һыйырға иҫәпләнгән һөт-тауар малсылыҡ фермаһын модернизациялау пландары тураһында “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Альберт Дәүләтбаев һөйләне. Һүҙ һыйырҙар, быҙауҙар аҙбарҙарын, һөт һауыу залдарын сафҡа индереү, технологик ҡоролмалар һатып алыу хаҡында бара. Шул уҡ ваҡытта 12 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектҡа инвестициялар күләме – 228 миллион һум. Төҙөүселәр быйыл көҙ тамамлауҙы планлаштырған ферма корпустарын күтәреүҙе башлаған да инде. Заманлаштырылған комплекс йылына Бәләбәй һөт комбинаты өсөн 10 мең тонна һөт етештерәсәк.

"Бәләбәй һөт заводы үҙ продукцияһын экспортҡа сығарыу мөмкинлектәрен булдыра, шуға сеймал сифатына талап ҙур", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Инвестсәғәт”тә ҡатнашыусылар башланғысты тоҡомло мал һатып алыу өлкәһендәге сығымдарҙы өҫтөнлөклө компенсациялар исемлегенә индереүҙе раҫланы. “Фармленд”тың генераль директоры Олег Муров компанияның дарыуҙарҙы һатыу системаһының логистик сылбырын оптималләштереү буйынса инвестиция башланғыстарын тәҡдим итте.

"Коронавирус осоронда компанияның эшен яңынан төҙөнөк. Һөҙөмтәлә келәттәрҙең тауарҙарҙы бүлеү буйынса яңы талаптарға тура килмәүен асыҡланыҡ", - тип аңлатты Олег Муров.

Киләсәктә ошо уҡ районда тағы бер келәтте күтәреү мөмкинлеге ҡарала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәтенә майҙансыҡ менән бәйле һорауҙы ҡарарға һәм барлыҡ рөхсәттәрҙе рәсмиләштереүҙә ярҙам итеүҙә булышлыҡ итергә ҡушты.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: