Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2021, 16:35

Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә

Бөтә Рәсәй экспортҡа ярҙам инфраструктураһы конференцияһы сиктәрендә былтырғы һөҙөмтәләр буйынса экспорт үҙәктәрен етәкселәрен наградалау тантанаһы булып уҙҙы.

Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә
Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбендә

Бөтә Рәсәй экспортҡа ярҙам инфраструктураһы конференцияһы сиктәрендә былтырғы һөҙөмтәләр буйынса экспорт үҙәктәрен етәкселәрен наградалау тантанаһы булып уҙҙы.

Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итә, һәр мөрәжәғәткә яуап әҙерләй, халыҡ-ара баҙарға сығырға булыша. “Рәсәй экспорт үҙәге рейтингында өсөнсө урынды алыу – беҙҙең эшкә юғары баһа, эшҡыуарҙарҙәң беҙҙең хеҙмәтләндереүгә мохтаж икәнлегенә күрһәткес”, – ти республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Маргарита Болычева.

Экспорҡа ярҙам үгәе етәкселеге Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры исеменән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты буйынса яҡшы күрһәткестәргә ирешкән өсөн Рәхмәт хаты алды. Был күрһәткес буйынса беренсе урын Удмурт Республикаһына, икенсеһе Ленинград өлкәһенә бирелде, Башҡортостан – өсөнсө урында.

 

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: