Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2021, 17:30

"Төҙөүселәр ассоциацияһы фекерҙәштәр командаһына әүерелде"

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәре ассоциацияһының III күсмә ултырышы эшендә ҡатнашты.

"Төҙөүселәр ассоциацияһы фекерҙәштәр командаһына әүерелде"
"Төҙөүселәр ассоциацияһы фекерҙәштәр командаһына әүерелде"

28 июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ағзалары менән бергә Өфө үҙәгендә төҙөлгән “Империал” торлаҡ комплексы майҙансығында Башҡортостан төҙөүселәре ассоциацияһының III күсмә ултырышы эшендә ҡатнашты.

“Өсөнсө Трест” компаниялар төркөмөнөң үҫеш буйынса директоры Вячеслав Якин Аксаков, Пушкин, Гоголь һәм Зәки Вәлиди урамдары башланған ерҙәге кварталды комплекслы үҫтереү проекты тураһында һөйләне.

“Империал” архитектура проекты 13-26 ҡатлыҡ өс торлаҡ йорттан тора. Бер үк ваҡытта биләмәнең тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыуға ҙур иғтибар бирелә, иҫке биналарҙы заманса технологиялар буйынса тергеҙәләр, йорттар араһында йәйәүлеләр өсөн асыҡ зоналара ҡалдыралар.

Артабан төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәр ассоциацияһының пленар ултырышында сығыш яһаны.

– Власть органдарының бурысы – республикалағы ҙур төҙөлөш ойошмалары менән асыҡтан-асыҡ аралашыуҙарҙы дауам итеү һәм нығытыу. Ошондай конструктив бәйләнеште ярты йыл элек башлағайныҡ. Һәм бөгөн төҙөүселәрҙең һөнәри байрамы алдынан ассоциацияға ингән компаниялар етәкселәренә рәхмәт әйтәм. Беҙ бер-беребеҙҙе тыңларға һәм ишетергә өйрәндек. Уртаҡ эшебеҙ өсөн был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Төп бурыс –  бик күп төҙөү. 2030 йылға республика йыл һайын кәмендә дүрт миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә тейеш. Өфөлә генә бер нисә күпер, 117 мең урынлыҡ яңы мәктәп һалырға кәрәк. Әле торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән республика яҡшы темпта бара. Тәүге ярты йыллыҡта сирек өлөштән ашыуға үҫеш күҙәтелә. ошо йылдамлыҡты һаҡлап ҡалһаҡ, яуаплы бурысты тормошҡа ашырасаҡбыҙ.

Башҡортостан Башлығы торлаҡты күпләп төҙөү өсөн перспективалы биләмәләрҙе лә телгә алды. Улар Ағиҙел һәм Ҡариҙел аръяғында урынлашҡан.

– Буш бетон квартал осоро үтте. Өфө күптән инде заманса ҡала төҙөлөшө стандарттарына күсте. Тимәк, беҙҙә социаль инфраструктураһыҙ биҫтәләр булмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Торлаҡ төҙөйһөң икән, шунда уҡ проектҡа мәктәпте лә, балалар баҡсаһын да, поликлиниканы ла, магазиндарҙы ла, ял, спорт объекттарын да, туҡталҡаларҙы ла, скверҙарҙы ла индерәһең.

Республика Башлығы төҙөлөш тармағындағы проблемаларға айырым туҡталды. Улар – төҙөлөш материалдарына хаҡтың кинәт артыуы, алданған өлөшсөләр мәсьәләһе. Июль аҙағына Башҡортостанда төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған күп фатирлы 125 йорт иҫәпләнә.

– Был проблемаларҙы беҙ әкренләп хәл итәбеҙ, уларҙы көн тәртибенән алмайбыҙ, – тине төбәк етәксеһе.

 Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төҙөүселәр ассоциацияһының әһәмиәтен билдәләне. Өфө мэрының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин баш ҡала власы эшендәге өҫтөнлөктәр тураһында сығыш яһаны. Республика Хөкүмәтенең Төҙөлөш, архитектура һәм биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү департаменты директоры Олег Байдин – төҙөлөш тармағындағы закондарҙағы яңылыҡтар, Башҡортостан төҙөүселәре ассоциацияһының башҡарма директоры урынбаҫары Салауат Агеев Торлаҡ төҙөлөшөн һыу бүлеү объекттары менән тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров төҙөлөш тармағы алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

 

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143735.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143735.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: