Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2021, 10:30

Тиҙҙән сайтта ла буласаҡ

Башҡортостанда инвесторҙар өсөн майҙансыҡтарҙы панорамалы төшөрөү ярҙамында һайлай башланылар.

Тиҙҙән сайтта ла буласаҡ
Тиҙҙән сайтта ла буласаҡ

Башҡортостанда инвесторҙар өсөн майҙансыҡтарҙы панорамалы төшөрөү ярҙамында һайлай башланылар.

Презентациялауҙың был төрөн Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы ҡуллана.

Панорама ҡош осошо бейеклегенән төшөрөлгән интерактив аэрофотопанораманан ғибәрәт. Унда ер участкаһы рельефын, социаль инфраструктура объекттары барлығын ҡарарға мөмкин. Файлдарҙа ер участкаһы сиктәре һәм майҙаны, шулай уҡ тәҡдим ителгән участка тураһында ҡыҫҡа мәғлүмәт бирелгән.

 – Панорама ер участкаһын тулыһынса күреү, урынға сыҡмай, унда хатта “йөрөү” һәм тап тәҡдим ителгән урында тормошҡа ашырыу буйынса ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеген бирә. Быларҙың барыһы ла потенциаль инвестиция майҙансығын һайлау процесын тиҙләтә һәм проект алды эшен, инвесторҙың ваҡытын экономияларға булышлыҡ итә, - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Әлегә панорамалы төшөрөү форматындағы майҙансыҡтарҙы менеджерҙар ҡарай ала. Әммә тиҙҙән файлдарҙы корпорация сайтына сығарырға уйлайбыҙ.

Паспортта – объект тураһында төп мәғлүмәттәр, ер участкаһы һәм уның эргәһендәге күсемһеҙ милек баһаламаһы. Документта шулай уҡ инвестиция майҙансығына ҡарата булған сикләүҙәр исемлеге, инженер һәм транспорт инфраструктураһы  баһаламаһы күрһәтелә.

Ярты йыл эсендә республиканың Үҫеш корпорацияһы тарафынан тотош Башҡортостан буйынса 1068  инвестиция майҙансығы анализланған. Улар тураһындағы мәғлүмәт investrb.ru  порталындағы Башҡортостан Республикаһының инвестиция картаһына индерелгән. Айырым талаптар буйынса майҙансыҡтарҙы сайт аша һайлап алырға мөмкин. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: pravitelsyvorb.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: