Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2021, 14:30

Ҡайһы райондар алда бара?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә уңыш йыйыу барышы тураһында яҙҙы.

Ҡайһы райондар алда бара?
Ҡайһы райондар алда бара?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә уңыш йыйыу барышы тураһында яҙҙы.

“Ҡоролоҡ сәбәпле уңышты юғалтыу Башҡортостан икмәкһеҙ ҡала тигәнде аңлатмай. Быйыл ике миллион тонна самаһы иген йыйып аласаҡбыҙ. Был күләм республиканың мохтажлығын ҡаплаясаҡ. Әлбиттә, былтырғы дүрт миллион тонна түгел, шулай ҙа йылдың ҡоро килеүен иҫәпкә алырға кәрәк.

Ялан батырҙары 359 мең гектар майҙандан 552 мең тонна иген йыйып алды. Ужым культураларын һуғыу буйынса алдынғылар рәтенә Дәүләкән районы сыҡты (33,8 мең тонна), ярауай культураларҙы һуғыу буйынса Илеш районы алда бара (14,8 мең тонна). Ужым культураларының уңыш күләме буйынса Саҡмағош районы алдынғылыҡты бирмәй. Бында гектарынан 27,8 центнер иген һуғып алалар. Ярауай культураларҙың гектар ҡеүәте Ҡырмыҫҡалы районында юғары – гектарынан 22,4 центнер.

Ауыл хужалығы эшсәндәренең иң ҡыҙыу мәле – улар көнө-төнө баҫыуҙа. Бөтәһенә лә уңыштар теләйем! Һауа торошо уңыш йыйыуға ҡамасауламаһын!”.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: