Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2021, 18:00

Хәйбуллалар уңыш етерлек булырына өмөтләнә

Николай Фунтиков етәкселегендәге "Таналыҡ" крәҫтиән (фермер) хужалығы районда тәүгеләрҙән булып урып йыйыуға төшкән.

Хәйбуллалар уңыш етерлек булырына өмөтләнә
Хәйбуллалар уңыш етерлек булырына өмөтләнә

Хәйбулла районын быйыл да ҡоролоҡ урап үтмәне, шуға ҡарамаҫтан, төбәк аграрийҙары булған уңышты йыйып алырға өмөтләнә.

Тәүгеләрҙән булып Николай Фунтиков етәкселегендәге "Таналыҡ" хужалығы ужым бойҙайын йыйып алған. Бөтәһе 44 тонна иген һуғылған, уңыш гектарынан 4,6 центнер тәшкил иткән.

"Үткән йыл ужым бойҙайын сәсеүгә һауа торошо ыңғай булды, ямғыр ҙа яуҙы, шуға шытымдар яҡшы сыҡты. Әммә ҡыш көнө үҫентеләрҙең бер өлөшө һыуыҡтарға эләкте, шуға һирәгерәк булды. Ҡоролоҡҡа ҡарамай, бойҙай мул башаҡлы, аҙ булһа ла уңыштың булыуы ҡыуандыра", - ти Николай Фунтиков.

Уның әйтеүенсә, быйылғы ҡоролоҡ бер хужалыҡты ла урап үтмәгән, фермерҙың сәсеүлектәренең яртыһы, бигерәк тә арпа баҫыуы зыян күргән. Бында яҙғы культуралар 3215 гектар майҙанды биләй.

Әле йыйылған уңыштан элиталы орлоҡ алынған, әгәр һауа торошо ыңғай булһа, быйыл ужым бойҙайы сәсеү майҙанын арттырырға иҫәп тоталар.

Фото: Ринат Иманғолов.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: