Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2021, 16:00

Кәрәкле һөнәргә уҡытып та алалар

“Алға” махсус иҡтисади зона компанияһы-резиденты “Аркада” сәнғәт берекмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре ҡалалағы эш эҙләгән кешеләр менән осрашты.

Кәрәкле һөнәргә уҡытып та алалар
Кәрәкле һөнәргә уҡытып та алалар

Көньяҡ-көнсығыш халыҡ мәшғүллеге район-ара үҙәге “Алға” махсус иҡтисади зона компанияһы-резиденты “Аркада” сәнғәт берекмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре ҡалалағы эш эҙләгән кешеләр менән осрашты.

Әлеге ваҡытта предприятие 800 хеҙмәт урынына тәғәйенләнгән автоматлаштырылған тегеү фабрикаһы штатын формалаштыра. Ул быйыл сентябрҙә эш башлаясаҡ.

"Бындай ҙур предприятие асылыуы - ҡалала һәм тотош республикала йәшәүселәр өсөн тәү сиратта хеҙмәт урындары, яңы мөмкинлектәр. Мәшғүллек үҙәге эш биреүсе менән бергә бындай вакансиялар йәрминкәһе ойоштороп, ике яҡтың аралашыуына, кәрәкһә, кешеләрҙе мохтажлыҡ булған һөнәргә уҡытып, эшкә урынлаштырыуға юл аса", - ти Көньяҡ-көнсығыш халыҡ мәшғүллеге район-ара үҙәге етәксеһе Сергей Щипакин.

120-нән ашыу кеше эш биреүсе тәҡдим иткән вакансиялар һәм шарттар менән танышты. Тегеү производствоһына килергә теләгәндәрҙең “Алға” махсус иҡтисади зонаһындағы уҡыу ойошмаларында өйрәнеү мөмкинлеге бар. Белем биреү ике айға иҫәпләнгән тиҙләтелгән курс буйынса үткәрелә. Әлеге сара ваҡытында 19 кеше тегенсе булыу теләген белдергән.

Уҡырға теләгәндәр был мөмкинлеккә “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам итеү” проекты ярҙамында эйә буласаҡ. Производство практикаһы Учалылағы тегеү фабрикаһында үткәреләсәк. “Аркада” йәмғиәте проект нигеҙендә уҡығандарҙы эш менән тәьмин итеүҙе гарантиялай.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: