Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2021, 15:00

Күсемһеҙ милек реестрын тулыландыралар

Мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды.

Күсемһеҙ милек реестрын тулыландыралар
Күсемһеҙ милек реестрын тулыландыралар

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында видеоконференцэлемтә тәртибендә кадастр хаҡын билдәләү өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды.

"1 октябргә тиклем Башҡортостанда 2022 йылға тиклем бөтә категориялағы ерҙәргә Дәүләт кадастр баһаһын үткәреү өсөн ер участкалары буйынса етмәгән мәғлүмәттәрҙе асыҡлауға ҡағылған эште тамамлау күҙаллана", – тине ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары Дмитрий Суслин.

Кәңәшмәлә “Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын мәғлүмәттәр менән тулыландырыу” проекты буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу барышында тыуған мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52226

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52226

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: