Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2021, 11:02

Ҡоролоҡ сыҙамлыҡҡа һынаны

Балаҡатай районында сираттағы “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләгән аграрийҙар йыйылды. Ғәҙәттә, төбәктең был өлөшөндә ямғыр йыш яуыуына, тупраҡта дымдың күплегенә зарланалар. Ағымдағы йыл иһә ауыл эшсәндәре өсөн ысынлап та һынау булды, ҡоролоҡ үрҙә телгә алынған райондарҙы ла сыҙамлыҡҡа һынаны.

– 1995 йылдан бирле районда һауа торошон махсус дәфтәргә яҙып барҙым. Быйылғы һымаҡ ҡоролоҡтоң теркәлгәне юҡ ине әле, – тип билдәләй Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Юрий Моторин. Яҙ башынан хөкөм һөргән эҫе көндәр арҡаһында был төбәктә лә сәсеүгә ике аҙнаға иртәрәк төшкәндәр. Әммә әлеге хәл уңыштың иртәрәк өлгөрөүенә сәбәп була алмаған. Дымдың етмәүе үҫемлектәргә баш күтәрергә ирек бирмәй.

Ҡыйғы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Айнур Шәңгәрәев иһә әле районда һуғылған уңыш менән ҡәнәғәт.

– Уңышты насар тип әйтеп булмай, әммә тигеҙ өлгөрмәүе игенде һуҡҡанда ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, – тип билдәләй ул. Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов аграрийҙарҙы төрлө һауа торошона әҙер булырға саҡырҙы.

– “Баҫыу көнө” кеүек семинар-кәңәшмәләр аграрийҙарға тәжрибә уртаҡлашырға, төрлө ауыл хужалығы культураларының гибридтарын һәм сорттарын өйрәнергә мөмкинлек бирә, тап ошо зонаға яраҡлаштырылған сорттар һайларға ярҙам итә, технологиялар, уңыштар һәм проблемалар менән таныштыра, – тине ул.

Сарала Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы идаралығы етәкселәре һәм белгестәре, хужалыҡ етәкселәре ҡыҙыу фекер алышты. “Агрозащита”, “Россельхозцентр”, Референт үҙәге һәм аграрийҙарға консультациялар, фәнни нигеҙләмә менән ярҙам итергә әҙер ойошмалар вәкилдәре лә яҡшы тәҡдимдәр менән килгәйне.

Кәңәшмәгә шулай уҡ Башҡорт­остандан Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин саҡырылған.

– Семинар ауыл хужалығы эшсәндәренә, технолог, агроном, инженер, механизаторҙарға иген культураларының иң шәп, яңы сорттарын ҡулланыу, һайлау һәм артабан үрсетеү өҫтөндә эшләүҙең ни тиклем отошло икәнен аңлата. Беҙҙең төбәктә һәр зонаның үҙенә генә хас сәсеү үҙенсәлеге бар, уңыш йыйыу ҙа төрлө ваҡытта атҡарыла, – тине ул. – Аграрийҙарҙың эшенә күп нәмә бәйле: тәү сиратта – халыҡтың өҫтәлендәге аҙыҡ-түлек сифаты. Ә “Баҫыу көнө” – аграрийҙар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүҙә алдынғы ысулдарҙы ҡулланыу буйынса белем биреү, яңы культураларҙы һынап ҡарау өсөн бик кәрәкле сара. Семинар-кәңәшмәнең практик өлөшөнән һуң ҡунаҡтар Киров исемендәге хужалыҡтағы тәжрибә майҙансығын ҡараны. Быйылғы һуңғы семинар бөгөн Учалы районында бара.

 

- Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: