

Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров Башҡортостанға эш сәфәре барышында Республика менән идара итеү үҙәген Рәсәйҙә иң алдынғыһы тип атаны. Был хаҡта Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
"Беҙ Алексей Михайловичҡа бюджет, беҙҙә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләнек. Төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙы планлаштырыу, үтәү процестарын автоматлаштырыу буйынса фекер алыштыҡ. Хәҙер уларҙы Республика менән идара итеү үҙәгенең берҙәм платформаһына күсерәбеҙ. Алексей Михайлович беҙҙең Республика менән идара итеү үҙәген Рәсәйҙә иң алдынғыһы тип атаны", - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Премьер-министр белдереүенсә, Рәсәй финанс министры урынбаҫарының республикаға килеү маҡсаты - һатып алыу ҡануниәтендәге яңылыҡтар менән таныштырыу.
"Быны күптән эшләргә ваҡыт ине. Хәҙерге ваҡытта тауарҙы, эштәрҙе һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәрҙе һатып алыу процедураһы инвестицияны, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бик ныҡ тотҡарлыҡ яһай, бюджет системаһы эшмәкәрлегенә ҡамасаулай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашасаҡ үҙгәрештәр был процесты ябай, тиҙ, тотҡарлыҡһыҙ итеүгә булышлыҡ ҡыласаҡ. Бында контракттар буйынса түләү сроктары ҡыҫҡартыласаҡ, яңы документтар әйләнеше тулыһынса электронға күсереләсәк, кәрәкмәгән бюрократик килешеүҙәрҙең күләмен, конкурс этаптарының ваҡытын ҡыҫҡартыу, шулай уҡ барлыҡ документтарҙы, процедураларҙы берҙәм форматҡа индереү бурысы тора. Шулай уҡ башҡа яңылыҡтар ҙа бихисап", - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: А. Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһе.