Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Июль 2021, 12:00

Беҙҙең уңыштарҙа Алексей Лавровтың өлөшө ҙур

Республикаға эш сәфәре менән Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров килде.

Беҙҙең уңыштарҙа Алексей Лавровтың өлөшө ҙур
Беҙҙең уңыштарҙа Алексей Лавровтың өлөшө ҙур

Республикаға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров килде.

Федераль етәксе ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәтендә эшлекле кәңәшмә үтте. Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә видеоконференция форматында уҙғарылған сарала урындағы үҙидара һәм власть етәкселәре, бюджет һәм һатып алыу ҡануниәтенә яуаплылар, республика парламенты, контроль-иҫәп органы, Федераль ҡаҙна идаралығы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы вәкилдәре ҡатнашты.

Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығына коронавирус инфекцияһы пандемияһы осоронда үҙ ваҡытында күрһәтелгән ярҙам, ҡаҙна ҡануниәтендә ҡабул ителгән үҙгәрештәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Был эштәрҙең барыһы ла ауыр осорҙа бар яҡлап ҙур ярҙам булды.

"Башҡортостан - илдең бюджет системаһы үҫешкән иң ҙур төбәге. Республика биләмәһендә төрлө кимәлдәге 897 бюджет йүнәлеше бар, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа һәм граждандарға төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙә биш меңдән ашыу учреждение эшләй. Тупланып нығынған ҡаҙнаның күләме 2020 йылда 260 миллиард һум тәшкил итте. Төбәккә федераль ҡаҙнанан ташламалы финанс ярҙамы күрһәтелеүҙе лә билдәләп үтергә кәрәк. Былтыр республикаға 96 миилиард һум ярҙам күрһәтелде, был 2019 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Финанс булышлыҡ төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, шәхси сығымдарҙы кәметеүгә, социаль өлкәләге кире тенденцияларҙы көйләүгә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерҙе", - тип билдәләне Премьер-министр.

2014 йылдан Башҡортостанда урындағы башланғыстарҙы хуплау программалары уңышлы эшләй. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй Финанс министрлығы сығыш яһай, шулай уҡ был проекттарҙы ҡабул итеүҙә Алексей Михайловичтың да хеҙмәте бик ҙур.

Алексей Лавров белдереүенсә, Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш буйынса күп аспекттар буйынса лидер булып тора, Рәсәйҙә тормошҡа ашырылған бихисап бюджет финанс реформаларында әүҙем ҡатнаша.

Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова төбәктә бюджет сәйәсәтенең нисек үтәлеше хаҡында сығыш яһаны.

Сара аҙағында тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Алексей Лавровҡа республиканың дәүләт наградаһын - Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: