Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Июль 2021, 14:00

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!

Әлшәй районы үҙәге Раевкала "Урындағы. Сифатлы. Үҙебеҙҙеке" проектына ярашлы тәүге йәрминкә ойошторолдо.

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!
Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла!

Әлшәй районы үҙәгендә ауыл хужалығы йәрминкәләре был юлы "Урындағы. Сифатлы. Үҙебеҙҙеке" проектына ярашлы ойошторолдо.

Унда халыҡ үҙ көсө менән шәхси ихатала, баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емештәрен, ҡош-ҡортон, һөт ризыҡтарын тәҡдим итте. Ауыл хужалығы вәкилдәре һәм фермерҙар ҙа продукцияларын сауҙаға сығарҙы, улар алып килгән бесән, һалам йөктәре, йыйылған тәүге ашлыҡ тиҙ арала таралып та бөттө. Бөтәһе 40 тоннаға яҡын бойҙай, арыш, арпа һатылған, яңы уңыштың бер килограмы 10 - 13 һум тәшкил иткән.

Башҡорт балын тәҡдим итеүселәр ҙә, һатып алыусылар күп булды.

"Йәрминкәгә үҙебеҙ етештергән балды алып килдек, төрлөһө бар — сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, кәрәҙле. Быйыл «ҡанатлы армия» беҙҙе ҡыуандырҙы. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ район халҡын, уның ҡунаҡтарын сифатлы бал менән шатландырырға теләйбеҙ", — ти ирле-ҡатынлы умартасы Гөлфиә һәм Дим Сөләймәновтар.

Шулай уҡ йәрминкәлә ҡымыҙ, буҙа кеүек милли эсемлектәребеҙ булды, күптәр урындағы баҡсасыларҙың емеш-еләк үҫентеләрен дә алып ҡыуанды. 

Ауыл хужалығы йәрминкәһе район халҡы, уның ҡунаҡтары өсөн ҙур байрамға әйләнде. Урамда көн дауамында күңелле көйҙәр яңғыраны. Балалар һәм ололар өсөн төрлө ярыштар, конкурстар, уйындар ойошторолдо. Сауҙа тирмәләре янында бушлай юридик ярҙам күрһәтелде. Әлшәйҙәр ер участкаһы юллау, ғаилә мөнәсәббәттәренә бәйле һорауҙарына яуаптар алды. Эш эҙләүселәр вакансиялар банкына мөрәжәғәт итә алды. Бынан тыш, яҡындағы майҙансыҡта Өфө табиптары хеҙмәт күрһәтте. Халыҡ невролог, ревматолог, эндокринолог, акушер-гинекологтан бушлай консультация алды.

Сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр, спорт яратыусылар ҙа ситтә ҡалманы: улар өсөн майҙансыҡтарҙа футбол, баскетбол, гер күтәреү буйынса ярыштар үтте. Өҫтәүенә, әлшәйҙәр танылған эстрада йондоҙҙарының сағыу концертын ҡараны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин да сығыш яһаны.

Ауыл хужалығы йәрминкәһе һәр кем өсөн отошло булды: халыҡ арзан хаҡҡа ауыл хужалығы продукцияһы алып кинәнһә, етештереүселәр үҙ ризыҡтарын һатып ҡыуанды.

Бындай ауыл хужалығы йәрминкәләре республиканың башҡа район-ҡалаларында дауам үтәсәк.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: