

31 июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров "Башҡорт ихаталары" проектын тормошҡа ашырыу һәм яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре буйынса онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.
һөйләшеүҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, төбәктә "Башҡорт ихаталары" комплекслы төҙөкләндереү проектын 2021 йылда тормошҡа ашырыу планға ярашлы бара.
"Программаны тормошҡа ашырыу барышында 2021 йылда республиканың 21 ҡалаһында барлығы 140 ихата алды биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатҡа 742 миллион һум аҡса һалынған. Июль аҙағына программаның дөйөм үтәлеше 70 процент тәшкил итә. Стәрлетамаҡ, Туймазы, Мәләүез ҡалаларында эш тамамланды, Сибай һәм Баймаҡта берешәр ихата төҙөкләндерелгән. Өфө буйынса был эште август аҙағында тамамларға йыйынабыҙ", - тип таныштырҙы Алан Марзаев.
Төбәк Башлығы үткән йылдың эш сифатына йәнә иғтибар итте, күпселектә сифатһыҙ асфальт һалыу осраҡтары барлығы асыҡланыуын белдерҙе.
"Ремонт һәм төҙөкләндереү үткәреүҙә сифат талаптарын боҙоуҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, - тине Радий Хәбиров. - Подрядсылар эш барышында етешһеҙлектәрен тиҙ арала бөтөрөргә тейеш".
Шулай уҡ онлайн-кәңәшмәлә тораҡ һәм социаль объекттарҙың киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышы тураһында ла фекер алышынды.
Дөйөм алғанда, республика буйынса торлаҡ-коммуналь инфраструктура объекттарының ҡышҡа әҙерлеге 72 процент тәшкил итә. Өфө мэры Сергей Греков әйтеүенсә, быйыл ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре йылытыу миҙгеленә ентекле әҙерлек алып бара.
Фото: glavarb.ru