Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Июль 2021, 16:30

Учалы аграрийҙары ниндәй тәжрибәләре менән уртаҡлашты?

Районда үткән "Баҫыу көнө-2021" семинар-кәңәшмәһендә етештереүселәр ер хужалары һәм ғалимдар менән берлектә фекер алышты, заманса эш алымдары буйынса кәңәш ҡорҙо.

Учалы аграрийҙары ниндәй тәжрибәләре менән уртаҡлашты?
Учалы аграрийҙары ниндәй тәжрибәләре менән уртаҡлашты?

Учалы районында "Баҫыу көнө-2021" семинар-кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, көньяҡ-көнсығыш райондар хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, баш агрономдар, крәҫтәин (фермер) хужалығы етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Сараға килгәндәр "Байрамғол" агрофирмаһы баҫыуында ауыл хужалығы культураларының тәжрибә майҙансыҡтарын ҡараны, минераль, биологик, микроашламалар ҡулланып етештереү тәжрибәләре һөҙөмтәләрен баһаланы. Етештереүселәр ер хужалары һәм ғалимдар менән берлектә фекер алышты, заманса эш алымдары буйынса кәңәш ҡорҙо. Аграр секторҙың яңы инновациялы ысулдар, технологиялар йәһәтенән бер-береһенән өйрәнерлек нәмәләре етерлек. Учалы аграрийҙары үҙ участкаларында үҫтерелгән үҫентеләрҙең 160 сорты менән таныштырҙы. Улар әйтеүенсә, төбәккә хас, климатына тап килгән үҫемлектәр сәсеү күпкә отошло.

"Ер ҡатлауы ҡоро, шуға ҡарамаҫтан, кәмендә ике миллион тонна ашлыҡ йыйып алырға өмөтләнәбеҙ, - тине үҙ сығышында ауыл хужалығы министры. - Көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ уңыш бирер тип көтәбеҙ. Был - иген культураларын яңыртыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү, үҫемлектәрҙе тәрбиәләүҙә заманса алымдар, ашламалар ҡулланыу һөҙөмтәһе. Тап шуның өсөн йыл һайын төрлө зоналарҙа "Баҫыу көнө" семинарҙары үткәрәбеҙ".

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, үҙебеҙҙең ауыл хужалығы продукцияһы, атап әйткәндә, "борщ өсөн" тип аталған аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, ҡулланыусылар өсөн һатып алырлыҡ булырға тейеш.

Киләһе йылдан "Баҫыу көнө" семинар-кәңәшмәһенең форматы үҙгәрәсәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Республикалала улар биш зона урынына өсәү ҡаласаҡ, тимәк, сараларҙа кешеләр күберәк, тәжрибә өлгөләре байыраҡ буласаҡ.

Фото: Учалы районы хакимиәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: