

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортының маршруттар селтәрен үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, 2020 йылда Башҡортостанда төбәк авиаташыуҙарын субсидиялау өсөн 87 миллион һум аҡса бүленде, быйыл – 120 миллион һум. Субсидияланған маршруттар исемлегенә алты йүнәлеш инде: Екатеринбург, Волгоград, Киров, Краснодар, Дондағы Ростов һәм Һамар.
"Маршруттарҙы финанслашыу өсөн федераль бюджеттан 95 миллион һум аҡса ҡаралған. Екатеринбурга осоуҙы “Ред Вингс”, Краснодар менән Дондағы Ростовҡа – “Азимут”, Кировҡа – “Руслайн”, Һамар менән Волгоградҡа “ЮТэйр” авиакомпаниялары башҡара", - тине ул.
Өфөнән башҡарылған тағы алты рейс башҡа төбәктәр иҫәбенә субсидиялана. Улар – Махачкала, Надым, Ноябрьск, Салехард, Нижневартовск һәм Яңы Уренгой.
Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев үҫеш йомғаҡтары менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, 2020 йылда аэропорт Волга буйы федераль округында алдынғы урынды һаҡлап ҡалған. Ул дөйөм пассажирҙар ағымының 35 процентын хеҙмәтләндергән.
"2020 йыл йомғаҡтары буйынса “Өфө” аэропортының дөйөм пассажирҙар ағымы 2, 376 миллион кеше тәшкил итте. Был пандемияға тиклемге йыл менән сағыштырғанда 33 процентҡа әҙерәк, әммә Волга буйы федераль округындағы төбәктәрҙән яҡшыраҡ. Дөйөм алғанда, тармаҡта Рәсәй аэропорттары аша пассажирҙар ташыу 41 процентҡа кәмегән", – тине ул.
Ә быйыл 26 июлдә аэропорт ике миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Александр Андреев билдәләүенсә, “Өфө” аэропортынан Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан һәм Белорусияға рейстар башҡарыла. Уларҙың йышлығын арттырыу, Евразия иҡтисади союзына яңы рейстар асыу өҫтөндә эштәр дауам итә.
Радий Хәбиров “Өфө” халыҡ-ара аэропорты эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы.
– Бөгөн рейстарҙың 56 проценты Мәскәүгә инмәй генә Өфөнө башҡа ҡалалар менән тоташтыра. Тик бының менән туҡтап ҡалырға ярамай, – тине ул. – Өфөнән Австрия, Германияға тура бәйләнештәрҙе тергеҙергә, Израиль менән авиабәйләнеш асырға кәрәк. Беҙҙең кешеләр туристик йәки эшлекле йүнәлештәр буйынса иркен йөрөй алырға тейеш.
Бынан тыш, республика етәксеһе аэропорт биләмәһендә халыҡ-ара кимәлдә яңы ҡунаҡхана төҙөргә кәрәклеге тураһында әйтте. Был эште Өфөнөң 450 йыллығына тамамларға тейештәр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.