

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, ҡышҡылыҡҡа 18 мең күп фатирлы йорт, 1603 ҡаҙанлыҡ, дүрт мең километр йылылыҡ селтәре, 517 үҙәк йылылыҡ пунктын әҙерләргә кәрәк. 145 километр йылылыҡ селтәре һәм 240 километр һыу үткәргес магистрале алмаштырыуҙы талап итә.
"Август башына ҡарата йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек кимәле 72 процент тәшкил итә. Беҙ ремонт талап иткән барлыҡ объекттар исемлеген билдәләнек һәм план буйынса эшләйбеҙ", – тине Алан Марзаев.
Башҡортостанда 2021-2022 йылғы йылытыу миҙгеленә әҙерлек өсөн 4,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. 154 миллион һум Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш һәм Шишмә райондарында ҡулланыусыларҙы фатирлап йылытыу системаһына күсереүгә тотоноласаҡ. Саҡмағош районы үҙәгендә ике яңы блоклы ҡаҙанлыҡ эшләйәсәк.
Үткән аҙналағы эш кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Башлығы Премьер-министр Андрей Назаровҡа Өфөнө ҡышҡылыҡҡа финанс яҡтан әҙерләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса ышаныслы темп алды. Иң мөһиме – былтырғы хаталарҙы ҡабатламағыҙ, Өфө был мәсьәләгә формаль ғына ҡарағайны. Һөҙөмтәлә йылылыҡ юғалды, түләүҙәр артыҡ килде һәм халыҡ ғәҙел рәүештә ялыуҙар яҙҙы, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитеттарға был миҙгелдә яуаплы булырға кәрәк. 9 авгусҡа министрлыҡ һәм Өфө хакимиәтенән идара итеүсе компанияларҙы реформалау һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар алдында бурыстарын бөтөрөү буйынса юл картаһын көтәм. Ә 15 сентябргә тиклем бөтә муниципалитеттар ҙа йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспортын алырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.