Иҡтисад
3 Август 2021, 06:00

Иглин районының үҫешен тиҙләтәсәктәр

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән ултырышта Иглин районының үҫеш стратегияһын эшләү мәсьәләһе ҡаралды.

Иглин районының үҫешен тиҙләтәсәктәрИглин районының үҫешен тиҙләтәсәктәр
Иглин районының үҫешен тиҙләтәсәктәр

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән ултырышта Иглин районының үҫеш стратегияһын эшләү мәсьәләһе ҡаралды.

Ултырышта республиканың финанс министры Лира Иғтисамова ошо муниципаль райондың стратегик  үҫеше буйынса саралар планын эшләү тураһында һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылдың 5 июлендәге 580-се ҡарары раҫланғайны, унда Иглин районының 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше буйынса саралар планын төҙөү йәһәтенән эш төркөмө раҫланғайны. 15 июлдә республиканың Финанс министрлығы үткәргән видеоконференцияла ошо план ентекле тикшерелгән, айырым урындары эшләнеп еткерелгән һәм артабанғы бурыстар билдәләнгән.

 “Бөгөнгә, министрлыҡтар һәм ведомстволар, ойошмалар һәм Иглин районы хакимиәте тәҡдимдәренә ярашлы, план проекты эшләнгән, ул  221 пунктты берләштергән 11 киҫәктән тора”, – тине Лира Иғтисамова.

“Юл картаһы” саралары һалым килеүен арттырыуға, агросәнәғәт комплексын, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, мәҙәниәтте, спортты, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, социаль объекттар төҙөүгә йүнәлтелгән.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас