Иҡтисад
3 Август 2021, 16:30

Күпер 20 процентҡа әҙер

“Көнсығыш сығыу юлы” – Башҡортостандың һуңғы йылдарҙағы иң ҙур транспорт проекты, бөтә транспорт системаһы өсөн мөһим, беҙҙең төп бурыстарҙың береһе”, – ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Күпер 20 процентҡа әҙерКүпер 20 процентҡа әҙер
Күпер 20 процентҡа әҙер

Август башына ҡарата “Көнсығыш сығыу юлы” проектындағы Ҡариҙел аша үтеү күперенең әҙерлеге 20 процентҡа етте.

 

Күпер буйынса эш күләме иҫәбенә таяуҙарҙың һәм эстакаданың нигеҙе, ростверк ҡоролмаһы, һуғып ҡағылған свайҙар, тимерле бетон ригелдәр инә.

 

“Көнсығыш сығыу юлы” – Башҡортостандың һуңғы йылдарҙағы иң ҙур транспорт проекты, бөтә транспорт системаһы өсөн мөһим, беҙҙең төп бурыстарҙың береһе”, – ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

 

Әлеге мәлдә ошо проект сиктәрендә йылға үҙәнендә шпунтлы ҡойма яһала. Был иһә мөһим технологик этапты башларға – күперҙең өсөнсө таяуының быраулап ҡағылған свайҙарын урынлаштырырға  форсат тыуҙыра. Өсөнсө, үҙән һәм яр буйы арауыҡтарының оҙонлоғо 126 метр тәшкил итә. Конструкция ике ҡапма-ҡаршылыҡлы юл һыҙаттарын булдырасаҡ, һәр йүнәлештә ике һыҙат эшләнә, һәр һыҙаттың киңлеге – 3,75-әр метр. Эш графикка ярашлы бара. Монолит яһау һәм уларға металл конструкциялар һалыу 2022 йылда тамамланасаҡ.

 

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас