

“Эшҡыуарлыҡты үҫтереү – теләһә ниндәй илдең иҡтисади уңышының төп факторы, тип һәр саҡ әйтә киләм”, – тип яҙҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбук”тағы сәхифәләрендә.
“Был йүнәлештәге эш беҙҙең өсөн өҫтөнлөккә эйә. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү институттарының береһе – “Минең эшҡыуарлығым” үҙәге. Теләһә ниндәй эшҡыуар бында мөрәжәғәт итергә, теркәлеү, һалым түләү һәм дәүләт ярҙамы алыу, продукцияны сертификациялау, электрон сауҙалашыу майҙансығында ҡатнашыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса кәңәш алырға мөмкин. “Минең эшҡыуарлығым” ике йыл ғына эшләй әле, әммә ошо ваҡыт эсендә үҙенең йоғонтоло булыуын күрһәтә алды. Һуңғы ярты йылда ғына ла үҙәк белгестәре 3,5 мең эшҡыуарға ярҙам күрһәтә алды. Ойошманың офистары ла күбәйҙе: улар хәҙер Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Нефтекамала һәм Октябрьскиҙа бар. Быйыл Учалыла, Бәләбәйҙә һәм Салауатта асасаҡбыҙ”, – тип яҙҙы Премьер-министр.
Фото: bashinform.ru.