

“Башкоммунэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Яңауыл филиалының ҡарамағында 11 ҡаҙанлыҡ, үҙәкләштерелгән 7 йылытыу пункты һәм 49 километр йылытыу селтәре бар. Шуларҙың 11,4 километры – эҫе һыу селтәре. Бөгөн филиал белгестәре системаны көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләй. Йәмғеһе 7 мең фатир менән 326 юридик ойошманы һәм шәхси йорттарҙы хеҙмәтләндерергә кәрәк.
Яңауыл ҡалаһындағы 1-се үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡ 1970 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Заманында ҡаҙанлыҡтар быу ярҙамында эшләгән. Бөгөн улар заман талаптарына яуап бирмәй, шуға уларҙы төҙөкләндереү һәм ҡорамалдарҙы яңыға алмаштырыу мәсьәләһе килеп баҫа. 2020 йылда төҙөкләндереүҙе атҡарыуға 275 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлә. Ошо аҡсаға яңы модулле ҡаҙанлыҡ һатып алына, төҙөкләндереү эштәре атҡарыла.
Әлеге мәлдә подрядсы ойошма ҡаҙанлыҡтың бинаһын төҙөгән, йыһазландырыу эше тулыһынса тамамланған. Артабан ҡаҙанлыҡты газ, һыу селтәрҙәренә тоташтырыу эштәре башҡарыласаҡ. Объектты 15 сентябргә файҙаланыуға тапшырырға йыйыналар.
Әлеге ҡаҙанлыҡ Яңауыл ҡалаһының 40 процентын - социаль әһәмиәтле 11 объектты, шул иҫәптән балалар баҡсаһын, мәктәп һәм башҡа объекттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итә.
Фото Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан алынды.