

Бөгөн Баймаҡ ысын мәғәнәһендә оло “Үҙгәрештәр еле” кисерә. Сөнки тап ошо проект сиктәрендә ҡалала ҙур төҙөлөш эштәре башланған: Үҙәк майҙанда һәм уның янындағы биналар биләмәһендә реконструкциялау һәм төҙөкләндереү киң ҡолас алған.
Төҙөлөш эштәренең генподрядсыһы булып Өфө ҡалаһының “Уралспецтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Проект ике этапта тормошҡа ашырыла, ағымдағы йылда 77 миллион һум аҡса бүленһә, шуның – 50 млн һумы - федераль, ҡалғаны республика бюджетынан. Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев белдереүенсә, генподрясы төҙөлөштә билдәләнгән графикка ярашлы алып бара. Быйылға билдәләнгән эштәр 30 ноябргә тамамланасаҡ.
Шулай уҡ ҡалала “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы төҙөкләндереү эштәре лә йылдам бара. Әйткәндәй, былтыр тап ошо программа сиктәрендә ҡала урамдарында йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалынды. “Алтын ҡулса” проекты буйынса Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев, Горький һәм Ленин урамдарында ҙур эштәр башҡарылды. Бөгөн дә Әлибаев урамында төҙөкләндереү эштәре дауам ителә.
Фото: Радмир Иҫәнбаев.