

Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарына ярҙам итеү саралары ҡаралды. Был райондарға Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Салауат райондары инә.
Һөйләшеүҙә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.
– Беҙҙең министрлыҡ республиканың башҡарма власть органдары, ошо райондар муниципалитеттары, үҫеш институты һәм эксперттарҙы йәлеп итеп 2024 йылға тиклем Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын эшләне. Башҡарма власть органдары һәм муниципалитеттар үҙ тәҡдимдәрен индерҙе, унда үҫештең бөтә тармаҡтарына ҡағылған аныҡ сроктар, аныҡ эштәр яҙылған, – тине Екатерина Кликунова.
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Илнур Таҡтаев бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам саралары тураһында һөйләне.
– 2021 йылдың тәүге ярты йыллығында был райондарҙа 151 эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелгән, 183 инвестиция проекты ҡаралған. Уларҙың дөйөм суммаһы 2162,7 миллион һум. Ике проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән инвестиция сәғәтенә сығарылды, – тине ул.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары Азат Асҡаров төнбяҡ-көнсығыш райондарҙа юл буйы сервисы объекттары үҫеше тураһында һөйләне. Ә хакимиәт башлыҡтары райондары биләмәләрендә тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары тураһында һөйләне.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса муниципалитеттарға юл буйы сервисы объекттарын төҙөү өсөн инвесторҙар йәлеп итеү эшен әүҙемләштерергә, 2024 йылға тиклем сүплектәрҙе юҡҡа сығарырға һәм ошоноң кеүек кәңәшмәләрҙе йышыраҡ үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52263
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.