

Өфөнән көньяҡҡа сыҡҡан ерҙә Ағиҙел аша күперҙе реконструкциялау барышы тураһында йыш яҙабыҙ, сөнки ул – мөһим объекттарҙың береһе. Ул баш ҡала урынлашҡан ярымутрауҙы башҡа тарафтар менән тоташтыра. Шуға ла был эш йәмәғәтселектең даими иғтибар үҙәгендә. Ошо көндәрҙә төҙөүселәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен йыйып, төҙөлөштөң бөгөнгө хәле менән таныштырҙы.
“Күперҙе төҙөү ваҡыты һәр саҡ ҡыҫҡартыла бара, шулай ҙа беҙ ҡуйылған бурыстарҙы үтәп өлгөрәбеҙ, – ти “Уралмостострой” компанияһы филиалы 30-сы күпер төҙөү отряды етәксеһе Василий Чекуров. – Быйылғы 15 авгусҡа Зәки Вәлиди урамын Дуҫлыҡ монументы менән тоташтырған юл үткәргес әҙер буласаҡ, артабан Салауат Юлаев проспектындағы светофорҙар һүндерелә, ә подряд ойошмалары әлеге юл үткәргестән төшөү һәм менеү урындарын ҡорорға тотонасаҡ. Киләһе йыл Ҡала көнөнә саҡлы был юл айырсаһын тулыһынса әҙер итеүҙе планлаштырабыҙ”.
Төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе әйтеүенсә, объектты төҙөүҙе юл-транспорт хәрәкәтенең тығыҙ булыуы шарттарында алып барыу үтә ҡатмарлы эш булып тора, сөнки хәрәкәт тә тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, был иһә төҙөүселәрҙән үтә һаҡ эш итеүҙе талап итә.