Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Август 2021, 21:30

Благовещенда тағы бер ҙур предприятие буласаҡ

Яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу республикала һәм илдә йылға транспортын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.  

Благовещенда тағы бер ҙур предприятие буласаҡ
Благовещенда тағы бер ҙур предприятие буласаҡ

Башҡортостандағы “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә яңы резидент – "БАШТРАНСФЛОТ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – теркәлде. Ул 300 тоннаға тиклем һыйҙырышлы судноларҙы күтәреү-төшөрөүгә тәғәйенләнгән “Кессон-200” ҡорамалын ремонтлау һәм яңыртыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләнә. Һөҙөмтәлә компания судноларҙы ремонтлау һәм төҙөү өлкәһендә хеҙмәттәр тәҡдим итә аласаҡ, был республикала йылға транспортын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

– Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе төбәккә инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәрен арттыра. Инвесторҙарҙың яңынан-яңы проекттарға тотоноуы һәм өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеүе Башҡортостандың бизнес алып барыу өсөн уңайлы төбәк булыуы тураһында һөйләй. "БАШТРАНСФЛОТ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте судноларҙы сифатлы ремонтлаясаҡ, ә был республикала һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йылға транспортының үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 22,7 миллион һум тәшкил итәсәк, 110 эш урыны булдырыласаҡ, тип һөйләне республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.

Проектты 2021-2028 йылдарҙа тормошҡа ашырыу ҡаралған. Быйыл төҙөлөш-монтаж эштәре үткәреләсәк, ҡорамалдар һатып алынасаҡ.

Белешмә:

Благовещен ҡалаһы – күп профилле муниципаль берәмек. Ундағы төп предприятиеларҙың береһе – “Благовещен арматура заводы” акционерҙар йәмғиәте. Ҡалала йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе 2019 йылдың 12 февралендә булдырылғайны.

Әлеге мәлдә "Благовещен" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резеденттары реестрына 18 компания индерелгән, 15,6 миллиард һум инвестиция һалыу һәм 1529 эш урыны булдырыу ҡаралған. Дөйөм Башҡортостанды алғанда, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 87 резидент теркәлгән.

 

Фото: БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: