Иҡтисад
6 Август 2021, 06:49

Күпер төҙөү – мәшәҡәтле эш, яуаплы бурыс

Өфөнән көньяҡҡа сыҡҡан ерҙә Ағиҙел аша күперҙе реконструкциялау барышы тураһында йыш яҙабыҙ, сөнки ул – мөһим объекттарҙың береһе. Ул баш ҡала урынлашҡан ярымутрауҙы башҡа тарафтар менән тоташтыра. Шуға ла был эш йәмәғәтселектең даими иғтибар үҙәгендә. Ошо көндәрҙә төҙөүселәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен йыйып, төҙөлөштөң бөгөнгө хәле менән таныштырҙы.

– Күперҙе төҙөү ваҡыты һәр саҡ ҡыҫҡартыла бара, шулай ҙа беҙ ҡуйылған бурыстарҙы үтәп өлгөрәбеҙ, – ти “Уралмостострой” компанияһы филиалы – 30-сы күпер төҙөү отряды етәксеһе Василий Чекуров. – Быйылғы 15 авгусҡа Зәки Вәлиди урамын Дуҫлыҡ монументы йүнәлеше менән тоташтырған юл үткәргес әҙер буласаҡ, артабан Салауат Юлаев проспектындағы светофорҙар һүндерелә, ә подряд ойошмалары әлеге юл үткәргестән төшөү һәм менеү урындарын ҡорорға тотонасаҡ. Киләһе йыл Ҡала көнөнә саҡлы был юл айырсаһын тулыһынса әҙер итеүҙе планлаштырабыҙ.

Төҙөлөш ойошмаһы етәк­сеһе әйтеүенсә, объектта эште транспорт хәрәкәтенең тығыҙ булыуы шарттарында алып барыу үтә ҡатмарлы, сөнки хәрәкәт тә тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, был иһә төҙөүселәрҙән үтә һаҡ эш итеүҙе талап итә. “Кү­перҙән Салауат Юлаев проспектына төшөү-менеү урындарын төҙөү өсөн, моғайын, проспект буйынса хәрәкәтте өлөшләтә сикләргә тура килер, был тотҡарлыҡты төнгө сәғәт 12-нән иртәнге 5-кә саҡлы ғына яһарға йыйы­набыҙ. Ҡала халҡына был турала алдан хәбәр итәсәкбеҙ”, – тине Василий Чекуров.

Юл үткәргесте төҙөү республика ҡаҙнаһына сама менән 900 миллион һумға төшкән. Бөгөнгә шуның ярты­һы үҙләштерелгән дә инде. Объектты сафҡа инде­реү был урындағы транспорт ағы­мын үткәреү тиҙлеген 30 процентҡа арттырыу мөм­кинлеге бирәсәк. Василий Чекуров әйтеүенсә, төҙөлөштә нигеҙҙә республикала етеш­те­релгән материалдар фай­ҙаланыла.

– Беҙ Башҡортостан Хө­күмәтенә реконструкция осоронда юлды тулыһынса ябырға рөхсәт биргәне өсөн рәхмәтлебеҙ, был беҙгә бөтә эште мөмкин тиклем ҡыҫҡа­раҡ ваҡыт эсендә башҡарыу мөмкинлеге тыуҙырҙы. Беҙ­ҙең төҙөүселәрҙең ошондай шарттарҙа ла Ҡытай эшсе­ләренән дә етеҙерәк бул­ғанын халыҡ күргәндер тип уйлайым, – тине күпер төҙөү отряды етәксеһе.

 

-  Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас