Иҡтисад
6 Август 2021, 18:20

"Тимәк, иҡтисад һауыға"!

Австрия канцлеры Әбйәлил районында завод асылыуында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте. 

"Тимәк, иҡтисад һауыға"!"Тимәк, иҡтисад һауыға"!
"Тимәк, иҡтисад һауыға"!

Бөгөн Башҡортостан ғына түгел, ә бар Рәсәй өсөн мөһим ваҡиға булды: Әбйәлил районында тантаналы рәүештә “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводы (“Ласселсбергер” Австрия холдингына инә) асылды. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. Сараға йыйылғандарҙы видеобәйләнеш аша Австрияның канцлеры Себастьян Курц тәбрикләне. Ул был сараны иҡтисади һауығыу билдәһе тине һәм Рәсәйҙе Австрияның иң мөһим сауҙа партнерҙарының береһе тип белдерҙе.

“Рәсәй баҙары Австрия өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, сөнки Рәсәй беҙҙең илдең иң мөһим сауҙа партнерҙарының береһе, – тине ул. – Шуға күрә мин Австрияның “Ласселсбергер” төркөмө кеүек алдынғы предприятиеларҙың береһенең эшмәкәрлеге арҡаһында тотороҡло иҡтисади бәйләнештәрҙе тағы ла нығыта алыуыбыҙға бик шатмын”.

Канцлер фекеренсә, беҙ коронавирус пандемияһынан һуң мөмкин тиклем тиҙерәк ваҡыт эсендә иҡтисадтағы көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә өлгәшергә тейешбеҙ. Тәү сиратта, был эш урындарын юғалҡан кешеләрҙе юғары сифатлы вакансиялар менән тәьмин итеү өсөн кәрәк.

“Бергә беҙ көрсөктә уңышлы еңә алырбыҙ, инновациялар һәм һанлаштырыу арҡаһында иҡтисадты ышаныслы тергеҙербеҙ тип уйлайым. Яңы етештереү предприятиеһын асыу компания өсөн мөһим аҙым ғына түгел, ә иҡтисадтың һауығыуының сигналы ла”, – тине Себастьян Курц.

Австрия канцлеры Владимир Путинды һәм сарала ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙе  завод асылыуы менән ҡотланы.

 

Фото: vestikavkaza.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас