Иҡтисад
6 Август 2021, 06:51

Йүнселдәргә ярҙам бар

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Тормош булғас, әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә. Өфөлә йәшәгән Алик Ғарифуллинға ла барыһы ла уңай ғына килеп тормай. Иркенән мәхрүм ителгәс, донъяның аҫты-өҫкә килгәндәй була.

Иреккә сыҡҡас та тормошто өр-яңы биттән башлау өсөн әллә күпме баш ватырға, уйланырға тура килә. Тәүҙә Калинин районының Мәшғүллек үҙәгенә ҡыйыр-ҡыймаҫ мөрәжәғәт итә. Ярҙам итер­ҙәренә ышаныс бағламаһа ла, бәхетен һынап ҡарамаҡсы була.

Бында уны иғтибар менән тыңлайҙар, һорашалар һәм идеяһын тормошҡа ашырыр­ға ярҙам итәләр. Ир бизнес-планды уңышлы яҡлай, бүленгән аҡсаға ҡорамал һатып ала һәм йыһаз эшләү буйынса цех аса. Хеҙмәт һөйөү­сәнлек, ныҡышмаллыҡ һәм социаль контракт ярҙамға килә уға.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан башлап республикала ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеүгә һәм халыҡтың килемен арттырыуға йүнәлтелгән федераль проект тормошҡа ашырыла. Адреслы ярҙам социаль контракт нигеҙендә түбән килемле ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән граждандарға тәғәйенләнгән. Йән башына тура килгән килемдәре республикала билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән кәм булған осраҡта улар социаль ярҙамға дәғүә итә ала.

Социаль контракт буйынса күрһәтелгән ярҙам ғәҙәттәге бер тапҡыр бирелеүсе һәм айлыҡ түләүҙәрҙән ныҡ ҡына айырыла. Төп айырмаһы шунда – социаль контракт тәү сиратта ғаиләгә, ярлы­лыҡтан сығып, үҙ-үҙен тәьмин итеүгә күсеүгә йүнәлтелгән. Шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәр­леге былтырғы эш йомғаҡтары буйынса адреслы социаль ярҙам сараларының ҙур ихтыяж тыуҙырған йүнәлеше булды. Быйыл программаны тормошҡа ашы­рыуға 435,4 миллион һум аҡса бүленгән, дүрт меңдән ашыу социаль контракт төҙөү планлаштырыла.

Республика халҡы менән июль башында 2401 социаль контракт төҙөлгән, түләүҙәр суммаһы 232 миллион һум тәшкил итә. Эш башлаусы эшҡыуарҙар менән 535 социаль контракт төҙөлгән. Эш эҙләгән, шәхси хужалыҡ алып барырға  теләгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр ҙә социаль контракт нигеҙендә аҡса алған. Был мәсьәлә кемдәрҙе ҡыҙыҡһындыра, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең урындағы филиалдарына, Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

- Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас