

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала сәнәғәт етештереүе эшкәртеү секторы иҫәбенә үҫә башлаған. Был турала ул кисә ил Президенты Владимир Путин менән эш осрашыуы ваҡытында әйтте.
Башҡортостан Башлығы дәүләт етәксеһенә төбәгебеҙҙең сәнәғәт үҫеше үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт етештереүе индексы 102,4 процент тәшкил иткән.
– Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда әллә ни юғары түгел. Әммә был файҙалы ҡаҙылмаларҙы, шул иҫәптән нефть табыу күрһәткесе ныҡ түбәнәйеүе фонында шулай, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙҙә үҫеш тап сәнәғәт, эшкәртеү тармағы, йыһаздар, быяла етештереү иҫәбенә үҫә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын яуланы.
Рейтинг һөҙөмтәләрен презентациялау “Иннопром-2021” халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында үтте.
Фото: Башинформ.