

Кисә Әбйәлил районында ил Президенты Владимир Путин менән осрашҡан саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың инвестиция мөмкинлектәре тураһында һөйләне. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса республика иҡтисадына инвестициялар күләме 365 миллиард һум тәшкил иткән.
– Беҙ үҙебеҙгә маҡсат ҡуйҙыҡ: 2024 йылға тиклем был күрһәткесте 600 миллиард һумға тиклем еткереү, был башҡарып була торған бурыс. Әлеге ваҡытта беҙҙә эштә 1,5 мең инвестиция проекты бар. Дөйөм портфель – 900 миллиард һум, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бында ҙур ярҙамды Рәсәй Хөкүмәте күрһәтте, былтыр улар беҙгә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай районындағы майҙандарға махсус иҡтисади зона статусы биреүҙә ҙур булышлыҡ күрһәтте.
– Унда яңы заводтар төҙөлә. Әле резиденттар һаны – 16. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 14 миллиард һум, бөтәһе 100 миллиардҡа тиклем еткереп була, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.