

“Молния” Өфө ғилми-етештереү предприятиеһы генераль директоры Борис Дорфман белдереүенсә, Әбйәлил районында яңы сәнәғәт предприятиеһы асыу – республика өсөн ҙур абруй. Һүҙ, 6 августа эшләй башлаған “Цемикс” ҡоро ҡатнашмалар һәм аҡ цемент етештереү заводы тураһында.
– Иҡтисадтың реаль секторында яңы предприятие асылыуы бик ҙур ҡаҙаныш. Улар бөтә ил биләмәһендә ҙур ихтыяж менән файҙаланған тауар етештерәсәк. Төҙөлөш сәнәғәте – унһыҙ беҙҙең артабанғы тормош һәм үҫеште күҙ алдына килтереүе ауыр. Шуға күрә беҙ шатланып саҡырыуҙы ҡабул иттек һәм яңы етештереүҙе килеп ҡараныҡ. Был – 21 быуат мөғжизәһе, – тине ул.
Борис Дорфман әйтеүенсә, республикала тиҫтәләгән федераль әһәмиәттәге сәнәғәт предприятиелары бар, улар республика етәкселеге менән яҡшы мөнәсәбәттә.
– Радий Хәбиров беҙгә бик иғтибарлы. Ҙур күргәҙмәләр, форумдар ваҡытында ул һәр ваҡыт беҙҙең предприятиелар стендтарына килә, эшебеҙ менән ҡыҙыҡһына, барлыҡ мөрәжәғәттәр буйынса ярҙам итергә тырыша, – ти директор.
Заводты асыу тантанаһында ил Президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы иһә уға ҙур мәртәбә өҫтәне. Көсөргәнешле эш графигы һәм ковидҡа ҡарамай ул республикаға килде.
Фото: Башинформ.