Иҡтисад
8 Август 2021, 12:00

Яңы эш урындары ла, һалым сығанаҡтары ла

“БСК”ның генераль директоры Эдуард Давыдов Әбйәлил районында асылған яңы “Цемикс” заводын экологик эҙемтәләр килтермәй торған етештереү тип атаны.

Яңы эш урындары ла, һалым сығанаҡтары лаЯңы эш урындары ла, һалым сығанаҡтары ла
Яңы эш урындары ла, һалым сығанаҡтары ла

“БСК”ның генераль директоры Эдуард Давыдов Әбйәлил районында асылған яңы “Цемикс” заводын экологик эҙемтәләр килтермәй торған етештереү тип атаны.

– Завод иң заманса технологиялар буйынса төҙөлгән. Был экологик эҙемтәләре нулгә тиңләшкән предприятие, шуға күрә уларҙан өлгө алыр кәрәк, – тине ул. – “Ласселсбергер” компанияһы менән партнерлыҡ, беҙҙең өсөн тәү сиратта тәжрибә уртаҡлашыу. Беҙ ҙә етештереүҙә яңы цехтар төҙөргә һәм булғандарын тулыһынса модернизацияларға йыйынабыҙ. “Цемикс”тан беҙ эзбис сеймалын эшкәртеүҙең яңы технологияларын өйрәнергә теләйбеҙ. Бер кемгә лә сер түгел, был предприятиеның төп компоненты – эзбиз, уны яҡындағы ятҡылыҡтарҙан табалар.

Эдуард Давыдов белдереүенсә, әлеге ваҡытта “Ласселсбергер” “БСК” менән берлектә сорттарға бүлеү станциялары ҡеүәтен 2,5 – 5 миллион тонна эзбизға еткереү өсөн дөйөм эҙләнеү саралары үткәрә. Ул был хеҙмәттәшлек ыңғай булыр тигән ышаныста.

– Ошоноң кеүек ҙур етештереүҙәр асыу – республика өсөн ҙур аҙым. Был тәбиғәт ресурстарын тәрән эшкәртеп сифатлы тауар етештереү генә түгел, ә яңы эш урындары, һалым сығанағы ла. Дөйөм һөҙөмтәлә быларҙың барыһы ла республика иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, – ти ул.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас