

Быйылғы ғинуар–апрель айҙарына Башҡортостан ҡаҙнаһының килеме 64,36 миллиард һум тәшкил итте. Аҙмы был, күпме? Үткән йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, ул 10,4 процентҡа күберәк. Шул сумма эсендәге һалым һәм һалымға ҡарамаған килем 42,74 миллиард һум булды, йәғни 8,1 процентҡа юғарыраҡ.
Башҡортостандың Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бюджет сығымдары был дүрт айҙа 75,82 миллиард һумға еткән – ул уҙған йылдың шул осоро менән сағыштырғанда 7,5 процентҡа ҙурыраҡ.
Төбәктең консолидацияланған бюджеты (муниципаль берекмәләр менән бергә иҫәпләгәндә) был арауыҡта 77,52 миллиард һум тәшкил итте. Был да, үткән йылғы ғинуар–апрель менән сағыштырғанда, 10,5 процентҡа күберәк.
Килем ҡайҙан күберәк инә? Иң ҙур өлөш – 33 процент – физик шәхестәргә тура килә. Ҡаҙна килеменең ошо статьяһы буйынса үҫеш 11,1 процент булды. Ойошмалар табышына һалым ҡаҙнаның 27,2 процентын алып тора, был күрһәткес үткән йылғы осорҙан 7,5 процентҡа юғарыраҡ. Акциздарҙан 7,6 миллиард һум алынған, был 15,1 процентҡа күберәк тигән һүҙ.
Шул уҡ ваҡытта күсемһеҙ мөлкәткә һалым был дәүерҙә 2,7 процентҡа аҙайған һәм 5,31 миллиард һум тәшкил иткән (ҡаҙна килемдәренең 9,4 проценты). “Дәүләт һәм муниципаль милектә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем бер миллиард һум тәшкил итте һәм, 2020 йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, 1,5 тапҡырға кәмерәк булды”, – тип билдәләнеләр Финанс министрлығында.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.