

Үткән аҙнаның һуңғы эш көнөндә, 6 августа, Башҡортостанда үтә мөһим иҡтисади һәм сәйәси ваҡиға булды. Республикабыҙға эш сәфәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин килде. Дәүләт башлығы килеүенең сәбәбе етди һәм шул уҡ ваҡытта ҡыуаныслы: Әбйәлил районында “Ласселсбергер” компаниялар төркөмөнә ҡараған “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм аҡ цемент заводы асылды.
Ил өсөн мөһим завод
Тәүҙә Президент Силәбе өлкәһенә барҙы, бында ул вертолеттан урман янғындары булған ерҙәрҙе ҡараны. Аҙаҡ Владимир Путин Магнитогорск ҡалаһында ташҡындар һәм янғындар, уларҙы ликвидациялауға арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Кискә ҡарай эш сәфәре Әбйәлил районында дауам итте. Бында заманса юғары технологиялы “Цемикс” заводы асылды. Заводта аҡ цемент етештереләсәк. Яңы етештереүҙе эшкә ҡушыуҙың символик төймәһенә ил Президенты Владимир Путин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, инвестор – “Ласселсбергер” компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер баҫты.
“Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыуыма һәм уңышлы ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән ҡотлай алыуыма бик шатмын. Был – Рәсәй менән Австрия араһындағы тығыҙ инвестиция хеҙмәттәшлегенең яҡшы өлгөһө. Төҙөүселәрҙе, технологтарҙы, заводты үҫтереүҙә ҡатнашҡан бөтә кешеләрҙе ҡотлағым килә. Һеҙҙең тауар илдең төҙөлөш тармағында ҙур һорау менән файҙаланыр тип ышанам. Әле был тармаҡ әүҙем үҫешә, һәм бында беҙҙең пландар ҙур. Шуныһы мөһим, заводта алдынғы технологиялар һәм иң яҡшы донъя практикалары ҡулланылған, етештереү процесы иң юғары тәбиғәтте һаҡлау стандарттарын үтәп, иң ҡаты экологик стандарттарына ярашлы башҡарыуҙы күҙаллай”, – тине Владимир Путин.
Видеомөрәжәғәт аша тантанала ҡатнашыусылар алдында Австрияның федераль канцлеры Себастьян Курц та сығыш яһаны. Ул был сараны иҡтисади һауығыу билдәһе тип атаны һәм Рәсәйҙе Австрияның иң мөһим сауҙа партнерҙарының береһе тип белдерҙе.
“Рәсәй баҙары Австрия өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, сөнки Рәсәй – беҙҙең илдең иң мөһим сауҙа партнерҙарының береһе, – тине ул. – Шуға күрә мин Австрияның “Ласселсбергер” төркөмө кеүек алдынғы предприятиеларҙың береһенең эшмәкәрлеге арҡаһында тотороҡло иҡтисади бәйләнештәрҙе тағы ла нығыта алыуыбыҙға бик шатмын”.
Канцлер фекеренсә, беҙ коронавирус пандемияһынан һуң мөмкин тиклем тиҙерәк ваҡыт эсендә иҡтисадтағы көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә өлгәшергә тейешбеҙ. Тәү сиратта, был эш урындарын юғалтҡан кешеләрҙе юғары сифатлы вакансиялар менән тәьмин итеү өсөн кәрәк.
Артабан ҡунаҡтарҙы төп инвестор – Йозеф Ласселсбергер тәбрикләне. Сәләмләү телмәрендә инвестор Башҡортостан етәкселегенә үҫеш өсөн уңайлы шарттар булдырғанға рәхмәт әйтте. Ул республикала етештереүҙе киңәйтеү ҡарары тураһында ла әйтте. Уның белдереүенсә, яңы етештереү компанияның Ырымбур, Силәбе һәм Мәскәү өлкәһендәге яңы заводтары менән берлектә Сибай ҡалаһында ла асыласаҡ. Ә Әбйәлил районында асылған заводты Йозеф Ласселсбергер донъялағы иң замансаһының береһе тип атаны.
“Һуңғы йылдарҙа беҙ фантастик завод булдырып ҡына ҡалманыҡ, ә Башҡортостан Республикаһының һоҡланғыс үҫешенә шаһит та булдыҡ. Иҡтисади күтәрелеш һәр бер аҙымда тойола. Беҙҙең предприятие ла быға үҙ өлөшөн индерә алыуына мин бик шатмын”, – тине ул.
Йозеф Ласселсбергер һөйләүенсә, компанияла 1300 кеше хеҙмәт итә. Илдең төрлө мөйөштәренән килгән был талантлы кешеләргә квалификация күтәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Билдәле булыуынса, “Ласселсбергер” компанияһы төҙөлөш һәм биҙәү материалдары етештерә. Рәсәй баҙарында улар 20 йылдан ашыу эшләй. Башҡортостандағы тәүге филиалдары 2006 йылда Өфө янында барлыҡҡа килде, бында керамик плитә етештереү заводы эшләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был проекттың ил һәм республика өсөн әһәмиәте тураһында әйтте.
– Бөгөнгө көн беҙҙең республика өсөн бик мөһим. Беҙ Көньяҡ Уралда яңы заводты эшкә ҡушабыҙ, ул төҙөлөш материалдары индустрияһы һәм барлыҡ ватан төҙөлөш тармағы үҫешенә ҙур өлөш индерәсәк. Ул Рәсәй баҙарының аҡ цементҡа булған ихтыяжын тулыһынса ҡаплай аласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – “Ласселсбергер” – беҙҙең элекке һәм ышаныслы партнер. Беҙ был хеҙмәттәшлекте бик ҡәҙерләйбеҙ. “Цемикс” – компанияның республикалағы икенсе проекты. Һәм алға китеп шуны әйтәм: һуңғыһы түгел. Проект башланыу менән Башҡортостан Хөкүмәте уларға барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла булышлыҡ итә. Беҙ контроль һәм рөхсәт органдарында уларҙы оҙаттыҡ, завод майҙаны өсөн торгтарһыҙ ер участкаһы бирҙек. Инвесторҙы ун йылға мөлкәт һалымынан азат иттек. Килемгә һалым ставкаһын кәметтек. “Дәүләт – Әлмөхәмәт – Магнитогорскты урап үтеү юлы” трассаһын төҙөнөк, уға 272 миллион һум аҡса һалдыҡ. Заводты төҙөү мәлендә электр энергияһы һәм газ менән тәьмин иттек. Коммуникацияларға тоташыу, геологоразведка, кадрҙар һәм башҡа мәсьәләләр буйынса мөмкин булғанса ярҙам күрһәттек. Аныҡ алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә, пандемия шарттарына ҡарамай, проектты ваҡытында тамамлай алдыҡ.
Владимир Путин менән Радий Хәбиров предприятие эшмәкәрлеге менән танышты, уның технологик ҡорамалдарын һәм процестарын, лаборатория комплексын, ресурс базаһы һәм инженер инфраструктураһын ҡарап сыҡты.
Илебеҙ өсөн яңы һәм үҙенсәлекле етештереү Lasselsberger Австрия холдингының подразделениеһы булып тора. Был холдинг иһә төҙөлөш һәм сеймал материалдарын етештереүсе булараҡ билдәле. Предприятиены төҙөү 2018 йылда башланды, дөйөм инвестициялар күләме 5,7 миллиард һум тәшкил итте. Бында, дөйөм алғанда, 220 эш урыны булдырыласаҡ, әленән заводта 145 кеше эшләй. Уларҙың 40 проценты – Әбйәлил районы халҡы. “Ласселсбергер” компанияһын булдырыусы Йозеф Ласселсбергер белдереүенсә, киләсәктә дөйөм инвестиция кимәлен 14 миллиард һумға тиклем еткерәсәктәр. Етештереү үҫеүе менән эш урындары 400-гә тиклем етәсәк.
Инвестиция проекты сиктәрендә, бында йылына 240 мең тонна цемент һәм 100 мең тонна микрокальцит етештереләсәк, был тулыһынса импортты алмаштырыу һәм илдең ихтыяжын ҡаплау мөмкинлеге бирәсәк. Киләсәктә ҡеүәте йылына 100 мең тонна булған төҙөлөш ҡатнашмалары әҙерләү һәм ҡаптарға төрөү етештереүҙәрен төҙөргә уйлайҙар.
Әлегә Рәсәйҙә ватан етештереүсеһе аҡ цементҡа булған ихтыяждың өстән бер өлөшөн ҡаплай, ә 60 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Заводты эшкә ҡушыу был дисбалансты юҡҡа сығарыу мөмкинлеге бирәсәк.
Ә ошоға тиклем башлыса ауыл хужалығы районы булған Әбйәлил тарихында беренсе тапҡыр ҙур сәнәғәт үҫеше нөктәһен аласаҡ. Башҡортостан заводының төп өҫтөнлөгө – файҙаланылған технологияла. Бында цементты еүеш түгел, ә ҡоро ысул менән етештерәсәктәр. Был күпкә замансараҡ технология, ул тауарҙың үҙҡиммәтен 30 процентҡа кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Етештереүҙең ошо юлы шулай уҡ зыянлы ташландыҡтар һанын 10 тапҡырға кәметеү һәм предприятиеның тәбиғәт менән тирә-яҡ мөхиткә зыянын минимумға еткереү мөмкинлеге лә бирә. Аҡ цементтан тыш предприятие төҫлө тротуар плитәһен һәм фасад плитәһен дә етештерәсәк.
Эшселәрҙе нимә борсой?
Заводты асҡандан һуң, дәүләт етәксеһе предприятие эшселәре һәм төҙөүселәр менән осрашты. Һөйләшеү барышында Владимир Владимирович Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырғанға рәхмәт әйтте.
“Мин әле Австрия партнеры менән һөйләштем, ул үҙенең пландары тураһында әйтте. Пландары дүрт этаптан тора һәм инвестициялар күләме лә ҙур, миллион евронан ашыу. Был уларға шарттар булдырған кешеләргә ышаныс билдәһе. Әлеге осраҡта – был республика етәкселеге. Ошоларҙың барыһынан да уңышҡа нигеҙ һалына ла. Уңышлы эшһеҙ һәйбәт перспективалар юҡ, ә бында улар бар”, – тине Владимир Путин.
Төҙөүселәр Президенттан эшсе һөнәрҙәргә мөнәсәбәте һәм август аҙағында Өфөлә үтәсәк “WorldSkills” сараһына килеүе мөмкинлеге тураһында ла һорашты.
– Беҙҙә электән шулай килә, эшсе класс – алдынғы көс. Тик әле эшсе һөнәрҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәрә башланы. Инженерлыҡ белемдәре булмаһа, эшләп булмай. Эшселәр ҡатмарлы ҡорамалдар, ҙур мәғлүмәтле пилотһыҙ аппараттар менән эшләй. Тик ни тиклем ҡатмарлыраҡ, шул тиклем ҡыҙығыраҡ. Билдәле булыуынса, мәктәпте тамамлағандарҙың 60 проценты эшсе һөнәрҙәр алырға планлаштыра. Ғөмүмән, иҡтисад уңышы эшселәрҙе әҙерләүҙән тора. “WorldSkills” был йәһәттән ныҡлы этәргес булды. Ошо хәрәкәт арҡаһында эшсе класҡа ихтирам арта. Башҡортостан милли чемпионат финалын юғары кимәлдә үткәрә алыр тип ышанам. Ҡатнашыусылар һәм компетенциялар һаны буйынса был сара Ҡазанда үткән донъя беренселегенән юғарыраҡ буласаҡ. Килә алырмынмы, юҡмы, әлегә әйтә алмайым, тик тырышырмын, – тине Президент.
Предприятиеның әйҙәүсе белгесе Розалия Булатова Владимир Путиндан бушлай газ үткәреү тураһында һораны. Дәүләт башлығы белдереүенсә, ҡасаба-ара газ үткәргестәр янындағы йорттарға бушлай газ индереү эштәре 2022 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
– Бында һүҙ ауыл аша торбалар үткән тораҡ пункттар тураһында бара. Ошо торбанан алып йортҡа тиклем газ бушлай үткәрелергә тейеш. Участка эсендәге барлыҡ эштәр – милексе иҫәбенә. Тик бында ла сығымдарҙы кәметеү өсөн Хөкүмәт ҡарар әҙерләне. Был хужалыҡ эсендәге эштәрҙе тормошҡа ашырғандағы типик шарттар, ул хаҡтарҙы бер кимәлдә тотоуҙы күҙ уңында тота һәм газ үткәреү өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Федераль оператор һайланды, ул – “Газпром”, тик төбәк операторҙар әлегә күп ерҙәрҙә билдәләнеп бөтмәгән. Яҡын арала был да эшләнер тип ышанам, – тине Владимир Путин.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда төбәк операторы һайлап алынған. Ул – “Межрегионгаз”.
– Беҙ төбәк штабы булдырҙыҡ. “Межрегионгаз” был эш менән шөғөлләнә башланы ла. Беҙҙең финанслау сығанағын аңлайбыҙ һәм этаплап торбаны йорт хужалығына тиклем алып барып еткереүҙе билдәләнек. Бар ҡарарҙар ҙа ҡабул ителгән, – тине Радий Хәбиров.
Һөйләшеүҙә күтәрелгән тағы бер мөһим тема – шәхси йорттар төҙөү өсөн ташламалы ипотека.
– Шәхси торлаҡ төҙөгән саҡта ташламалы ипотеканы булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем. Хөкүмәттә бындай ҡарар бар һәм уны ҡабул ителгән тип иҫәпләргә була. Әйткәндәй, ул ике йүнәлеш буйынса файҙаланыла ала: йорт һатып алыу өсөн дә, төҙөү өсөн дә. Был осраҡта юридик ойошма йәки шәхси эшҡыуар менән тейешле килешеү төҙөлөргә тейеш, – тине Владимир Путин.
Предприятиеның проекттар етәксеһе Марина Жигалева Президенттан башҡорт балынан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һораны.
“Башҡорт балы – бик яҡшы продукт”, – тине Владимир Путин.
Беҙҙеңсә, был ил һәм донъя күләмендә күп тапҡырға юғары баһаланған һәм танылған балыбыҙға бик яҡшы һәм лайыҡлы реклама!
– Минең башҡорт балы тураһында ишеткәнем генә түгел, тәмләп ҡарағаным да бар. Бик тәмле! Мин уны бөтәһенә лә тәҡдим итәм. Башҡортостан – илдә бал етештереү күләме буйынса икенсе урында. Тик беренсе урында булған Приморье крайы менән айырмаһы әллә ни ҙур түгел. Былтыр йыл аҙағында Рәсәйҙә ҡортсолоҡҡа ярҙам итеү тураһында закон ҡабул ителгәйне, – тине Владимир Путин.
Владимир Путин, оҙаҡламай Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты үтәсәк, тине. “Башҡортостан ошоноң кеүек сараларҙы юғары кимәлдә үткәрә белеүен күрһәтер тип ышанам”, – тине дәүләт башлығы.
Турнир 16-һынан 22 авгусҡа тиклем ойошторола. Беренселекте беҙҙә үткәреү өсөн Өфөнөң ғаризаһын 2019 йылда донъяның көрәш буйынса берекмәһе (грек-рим көрәше, ирекле көрәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса халыҡ-ара федерация) ағзалары Нур-Солтан ҡалаһында үткән көрәш буйынса донъя чемпионаты барышындағы ултырышта раҫлағайны. Ул саҡта был турнирҙы үткәреүгә София менән Белград та дәғүә итте. Рәсәй юниорҙар араһында көрәш буйынса донъя чемпионатын беренсе тапҡыр ҡабул итә.
“Инвестиция” һүҙе янында “ышаныс” һүҙе лә бар
Артабан Президент Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эш осрашыуы үткәрҙе. Был һөйләшеү бөгөнгө көндөң мөһим темаһы – коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе һәм дөйөм һаулыҡ һаҡлау торошон бәйән итеүҙән башланды. Радий Хәбиров уға республикала үлем осраҡтары кәмей башлауы тураһында әйтте. Шулай уҡ коронавирус буйынса дөйөм хәлдәр менән таныштырҙы.
– Нимәһе мөһим, беҙ быны махсус өйрәндек – апрель аҙағы-май башынан алып яҡшы тенденция барлыҡҡа килде: кешеләр әҙерәк үлә. Былтырғы йыл ауыр булды, быйыл яҡшыраҡ. Кешеләр, дөйөм алғанда, пневмониянан да, онкологиянан да, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дә әҙерәк үлә башланы, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ үҙебеҙгә шундай маҡсат ҡуйҙыҡ: пандемияға ҡарамай, беҙ был хәлдән тағы ла модернизациялы һәм нығынған булып сығырға теләйбеҙ.
Радий Фәрит улы республикала пандемия башланыу менән тиҙ арала төҙөлгән ике ковид-госпиталь, бөгөн уның бик кәрәклеге тураһында әйтте, коронавирустан вакцинация барышы менән таныштырҙы.
Артабан Башҡортостан Башлығы дәүләт етәксеһенә төбәгебеҙҙең сәнәғәт үҫеше үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Йылдың тәүге яртыһы йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт етештереүе индексы 102,4 процент тәшкил иткән. Уның белдереүенсә, республикала сәнәғәт етештереүе эшкәртеү секторы иҫәбенә үҫә башлаған.
– Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда әллә ни юғары түгел. Әммә был файҙалы ҡаҙылмаларҙы, шул иҫәптән нефть табыу күрһәткесе ныҡ түбәнәйеүе фонында шулай, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙҙә үҫеш тап сәнәғәт, эшкәртеү тармағы, йыһаздар, быяла етештереү иҫәбенә үҫә.
Радий Хәбиров республиканың инвестиция мөмкинлектәре тураһында ла әйтте. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса республика иҡтисадына инвестициялар күләме 365 миллиард һум тәшкил иткән.
– Беҙ үҙебеҙгә маҡсат ҡуйҙыҡ: 2024 йылға тиклем был күрһәткесте 600 миллиард һумға тиклем еткереү, был башҡарып була торған бурыс. Әлеге ваҡытта беҙҙә эштә 1,5 мең инвестиция проекты бар. Дөйөм портфель – 900 миллиард һум, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бында ҙур ярҙамды Рәсәй Хөкүмәте күрһәтте, былтыр улар беҙгә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай районындағы майҙандарға махсус иҡтисади зона статусы биреүҙә ҙур булышлыҡ күрһәтте.
– Унда яңы заводтар төҙөлә. Әле резиденттар һаны – 16. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 14 миллиард һум, бөтәһе 100 миллиардҡа тиклем еткереп була, – тине Радий Хәбиров.
Дәүләт башлығы менән аралашҡандан һуң, Радий Хәбиров был осрашыуҙан ҡалған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм журналистарға түбәндәгеләрҙе һөйләне.
“Беҙ бөгөн ҙур ғорурлыҡ менән Президентҡа Көньяҡ Уралда эшләй башлаған яңы предприятиены күрһәттек”, – тине Радий Фәрит улы.
Уның белдереүенсә, был “аҡыллы” предприятие, унда технологик яңылыҡтар күп һәм уның менән бар Рәсәй ғорурлана ала. Шулай уҡ ул инвестор Йозеф Ласселсбергерға рәхмәт әйтте.
“Минең өсөн “инвестиция” тигән һүҙҙәр янында һәр ваҡыт “ышаныс” тигән һүҙ ҙә тора. Әгәр ышаныс бар һәм һине ихтирам итәләр икән, кеше һәм ир-ат булараҡ, әйткән һүҙеңә ышанһалар, шул саҡта инвестициялар киләсәк. Беҙ хатта пандемиялы йылда ла плюс 19 процент күрһәткесе менән сыға алдыҡ. Быйылғы йылдың аҙағына ла ҙур потенциал менән сығасаҡбыҙ. Мин Президентҡа әйттем: беҙҙә инвестицияларҙың абсолют күләме – 365 миллиард. Тик ысынбарлыҡта – был беҙҙеке кеүек ҙур, техник яҡтан көслө һәм сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән республика өсөн күп түгел. Беҙҙең маҡсат – 650 миллиард һум. Был һандарға ышаныслы ҡарайбыҙ, сөнки Президент ярҙамы менән “Газпром Нефтехим Салауат” предприятиеһы нигеҙендә ике яңы завод төҙөләсәк. Унда инвестиция күләме триллион һум самаһы буласаҡ. Президент был турала белә, һәм ул беҙҙе “Газпром” ярҙамы һәм ресурстары менән тәьмин итте”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Владимир Путин менән осрашҡан саҡта унан карбон полигондары төҙөү мәсьәләһендә лә ярҙам һорауын әйтте. Уның фекеренсә, республикабыҙҙа ҙур предприятиеларыбыҙ бүлеп сығарған углеводородты йотоу өсөн ҙур тәбиғәт ресурстары бар.
“Мин беҙҙең республиканың Рәсәйҙә махсус карбон полигондарын булдырыу, углеводородты нейтрализациялау методикаһын эшләүҙә федераль эксперимент үткәреү өсөн икенсе төбәк булыуын һораным. Ҡарап тороуға ҡатмарлы кеүек тойолһа ла, ысынбарлыҡта был ябай әйберҙәр һәм дүрт йылдан бының өсөн беҙҙең предприятиеларға ҙур аҡсалар түләйәсәктәр”, – тине Радий Фәрит улы.
Бынан тыш, Радий Хәбиров Президентты Башҡортостанда ҙур Евразия ғилми белем биреү үҙәгенә, ҙур университет, кампус төҙөү эштәренә ҡағылышлы мәсьәләләр менән таныштырҙы.
Йозеф ЛАССЕЛСБЕРГЕР, “Ласселсбергер” компанияһына нигеҙ һалыусы:
– Ни өсөн “Цемикс” заводын төҙөү өсөн Башҡортостан һайландымы? Сәбәп ябай: беҙ республика етәкселеге менән ыңғай эшләйбеҙ. Даими ярҙам һәм ҡатнашлыҡ тоябыҙ. Төбәк кимәлендә бик ҙур ярҙам алдыҡ, ул компаниябыҙ эшмәкәрлеге өсөн уңайлы эш шарттары булдырҙы. Бының өсөн Башҡортостан етәкселегенә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Беҙ артабан да бында эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтергә һәм республика менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә йыйынабыҙ. Башҡа юл юҡ.
Эдуард ДАВЫДОВ, “БСК”-ның генераль директоры:
– Завод иң заманса технологиялар буйынса төҙөлгән. Был экологик эҙемтәләре нулгә тиңләшкән предприятие, шуға күрә уларҙан өлгө алыр кәрәк. “Ласселсбергер” компанияһы менән партнерлыҡ беҙҙең өсөн тәү сиратта – тәжрибә уртаҡлашыу. Беҙ ҙә етештереүҙә яңы цехтар төҙөргә һәм булғандарын тулыһынса модернизацияларға йыйынабыҙ. “Цемикс”тан беҙ эзбиз сеймалын эшкәртеүҙең яңы технологияларын өйрәнергә теләйбеҙ. Бер кемгә лә сер түгел, был предприятиеның төп компоненты – эзбиз, уны яҡындағы ятҡылыҡтарҙан табалар. Әлеге ваҡытта “Ласселсбергер” “БСК” менән берлектә сорттарға бүлеү станциялары ҡеүәтен 2,5 – 5 миллион тонна эзбизға еткереү өсөн дөйөм эҙләнеү саралары үткәрә.Ошоноң кеүек ҙур етештереүҙәр асыу – республика өсөн ҙур аҙым. Был тәбиғәт ресурстарын тәрән эшкәртеп сифатлы тауар етештереү генә түгел, ә яңы эш урындары, һалым сығанағы ла. Һөҙөмтәлә быларҙың барыһы ла республика иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Альберт ЛОҠМАНОВ, “Газпром Межрегионгаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры:
– Был беҙҙең республика өсөн бик әһәмиәтле сара. Яңы завод үҙе етештергән тауар менән бар республиканы тәьмин итәсәк, шулай уҡ уны экспортҡа ла ебәрәсәк. “Цемикс” газда эшләйәсәк. Был ошоноң ише етештереүҙәр өсөн иң экологик яғыулыҡ төрө һанала. Беҙҙең компания иһә бында 13,5 километр оҙонлоғонда газ үткәргес төҙөнө, цехтарға газ үткәрҙе һәм ҡаҙанлыҡтар төҙөнө.
Борис ДОРФМАН, “Молния” Өфө ғилми-етештереү предприятиеһы генераль директоры:
– Әбйәлил районында яңы сәнәғәт предприятиеһы асыу – республика өсөн ҙур абруй. Иҡтисадтың реаль секторында яңы предприятие асылыуы бик ҙур ҡаҙаныш. Улар бөтә ил биләмәһендә ҙур ихтыяж менән файҙаланған тауар етештерәсәк. Төҙөлөш сәнәғәте – унһыҙ беҙҙең артабанғы тормош һәм үҫеште күҙ алдына килтереүе ауыр. Шуға күрә беҙ шатланып саҡырыуҙы ҡабул иттек һәм яңы етештереүҙе килеп ҡараныҡ. Был – 21 быуат мөғжизәһе. Республикала тиҫтәләгән федераль әһәмиәттәге сәнәғәт предприятиелары бар, улар республика етәкселеге менән яҡшы мөнәсәбәттә. Радий Хәбиров беҙгә бик иғтибарлы. Ҙур күргәҙмәләр, форумдар ваҡытында ул һәр ваҡыт беҙҙең предприятиелар стендтарына килә, эшебеҙ менән ҡыҙыҡһына, барлыҡ мөрәжәғәттәр буйынса ярҙам итергә тырыша.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.