Иҡтисад
10 Август 2021, 13:30

“Өс мәсьәлә өҫтөндә эшләй башланыҡ”

     "Әлбиттә, Владимир Владимировичты 25-29 августа үтәсәк Ворлдскилзда көтәбеҙ.Был тема буйынса һорауҙы завод директоры урынбаҫары Зәлиә Сирғәлина биргәйне..."

“Өс мәсьәлә өҫтөндә эшләй башланыҡ”“Өс мәсьәлә өҫтөндә эшләй башланыҡ”
“Өс мәсьәлә өҫтөндә эшләй башланыҡ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың “Фейсбук”тағы сәхифәһенән:

 

“Мин халҡыбыҙҙың ил Президенты  менән осрашыуы һәм үҙ һорауын биреү мөмкинлеге булыуына шатмын. Был осрашыуҙа заводты төҙөүҙә һәм уны эшкә ебәреүҙә ҡатнашҡан һәр кем булды: “Цемикс” заводы эшселәре менән бергә заводты төҙөгән подряд ойошмалары вәкилдәре лә, Әбйәлил районының муниципаль ҡаҙна учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә.

 

Радий Фәрит улы сара тамамланыу менән яҡын арала буласаҡ осрашыуҙы әҙерләргә ҡушты. Шуға күрә беҙ һәр һорауҙы өйрәнәбеҙ, яуаплы министрҙы, район башлығын билдәләйбеҙ. Минеңсә, бөтә һорауҙар ҙа республикабыҙ өсөн бик мөһим. Бөгөн һеҙҙең менән  эш башлаған өс һорау тураһында уртаҡлашҡым килә.

 

Әбйәлил районы муниципаль ҡаҙна учреждениеһының капиталь төҙөлөш бүлеге инженеры Розалия Булатованың беренсе һорауы йорттарға түләүһеҙ газ индереү һәм Дауыт ауылында газ менән проблема тураһында. Розалия ер участкаларын межалауҙы һәм уларҙы рәсмиләштереүҙе башҡарған, ер участкаларының рөхсәт ителгән төрҙәрен сәнәғәт ерҙәренә күсергән. “Цемикс” заводын төҙөү буйынса асыҡ тыңлауҙар ойошторған һәм үткәргән, халыҡ менән йыйылыштарҙа ҡатнашҡан.

 

Ипотека тураһындағы мәсьәләне билдәләргә теләйем. Һәр ғаилә өсөн тиерлек торлаҡ һатып алыу киҫкен тора, “Цемикс” заводы мастеры Станислав Ишмаев ташламалы ипотеканы шәхси йорт һатып алыуға файҙаланып булыу-булмауы тураһында  һораны.

 

Өсөнсө һорау өҫтөндә беҙ инде икенсе йыл эшләйбеҙ. Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булырмы? Дмитрий Жигаловты IT сегменты ҡыҙыҡһындыра. Ул – “МедиаСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһы директоры, предприятиеға инеү контроль системаһын проектлау һәм йыһазландырыу эштәре менән шөғөлләнгән.

 

Һәм, әлбиттә, Владимир Владимировичты 25-29 августа үтәсәк Ворлдскиллзда көтәбеҙ. Был тема буйынса һорауҙы завод директоры урынбаҫары Зәлиә Сирғәлина биргәйне. Уны йәш белгестәрҙең профессиональ үҫеше ҡыҙыҡһындыра, хәҙер яңы эш урынында  уның иңенә тап ошо мәсьәләләр йөкмәтелә. Ил Президентының  квалификациялы белгестәр мәсьәләһенә иғтибар итеүе бик мөһим.”

Фото: Фейсбук.

 

“Өс мәсьәлә өҫтөндә эшләй башланыҡ”
“Өс мәсьәлә өҫтөндә эшләй башланыҡ”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас