

Республиканың “Технотекс” компанияһы хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә өлгәште. Быға Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә ирешелә.
“Пилот проект булараҡ насос станциялары өсөн блоктар етештереү эшмәкәрлеге һайланды. Етештереү процесын һөҙөмтәле итеп ойоштороу, һаҡсыл етештереү системаһын индереү процестар ваҡытын 380 сәғәттән 257 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартты”, - тип бәйән итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Крандарҙың ҙур көсөргәнештә эшләүе, ағымдарҙың бер-береһе менән киҫешеүе, металл прокаты буйынса запастарҙың юғары булыуы, изделиеларҙы етештереүҙә, бүлектәрҙең эшмәкәрлегендә берҙәм пландарҙың төҙөлмәүе, материалдарҙы транспортлауҙағы етешһеҙлектәр проблемалар тыуҙыра.
Эш төркөмө өсөн бер нисә йүнәлеш буйынса уҡыуҙар уҙғарыла, шулай уҡ предприятие етәкселәре лә белемен камиллаштыра.
Проблеманы хәл итеү өсөн цехты яңыса планлаштырыу, транспортировкалау ваҡытын һәм алыҫлығын кәметеү, металл прокаты буйынса запас нормаларын актуалләштереү, заказ нөктәләрен ҡабаттан ҡарау кеүек алымдар тәҡдим ителә.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.