

Башҡортостанда төҙөлөш менән шөғөлләнгән эре компаниялар өлөшсөләрҙең милеккә хоҡуҡтарын яҡлап яңы һалынған йорттарҙа уларҙың хоҡуҡтарын теркәү буйынса ғаризалар биреүҙе әүҙемләштерәсәк. Был хаҡта төҙөлөш компаниялары һәм урындағы Росреестр белгестәре килешеү төҙөнө. Быға тиклем бындай ғаризалар бик аҙ булған тип билдәләй белгестәр.
Тағы ла кәңәшмә барышында Росреестр хеҙмәттәре менән электрон рәүештә файҙаланыуға өҫтөнлөк биреү тураһында һүҙ барҙы. Төҙөлөш компаниялары электрон рәүештә документтар тапшырған осраҡта уларҙы ни бары 2 – 3 көн эсендә генә ҡараясаҡтар. Әлеге мәлдә тапшырылған документтарҙың 60 проценты ғына электрон форматта килә икән.
сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52308#group-main