Иҡтисад
13 Август 2021, 10:00

Яңы мөмкинлектәр өҫтәлә

“Башҡортостанда тауарҙар һатып алыу, эш һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеү өлкәһендәге төбәк мәғлүмәт системаһын яҡшыртыу” темаһы буйынса кәңәшмә үтте.

Яңы мөмкинлектәр өҫтәләЯңы мөмкинлектәр өҫтәлә
Яңы мөмкинлектәр өҫтәлә

Республиканың көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында “Башҡортостанда тауарҙар һатып алыу, эш һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеү өлкәһендәге төбәк мәғлүмәт системаһын яҡшыртыу” темаһы буйынса кәңәшмә үтте.

Сарала әле эшләгән мәғлүмәти системаға аналитика механизмы индереү кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы. Был һатып алыуҙы арттырасаҡ һәм әлеге өлкәлә асыҡлыҡ булдырасаҡ тип белдерҙе белгестәр.

"Башҡортостанда эшләгән мәғлүмәт системаһы заказ биреүселәр менән эште күпкә еңелләштерә, һатып алыу ваҡытында хаталар ебәрмәүҙе тәьмин итә. Ғөмүмән, ул төбәктә килешеүҙәрҙе асыҡ, аңлайышлы итеп алып барыуға йүнәлтелгән. Ә был мәғлүмәт системаһына аналитиканы индергәндә республикала барған һатып алыуҙар, заказдар биреү буйынса эште тағы ла анығыраҡ итергә ярҙамлашасаҡ", - тип белдерҙе дәүләт комитеты етәксеһе Гөлшат Арыҫланова.

Башҡортостанда һатып алыуҙар буйынса төбәк мәғлүмәти системаһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://zakupki-rks.bashkortostan.ru

Фото: Республиканың көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас